Парк эсендәге ҡала

Өфөлә «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән  мәғариф семинар үтте. Сараны Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика ҡалаларында һәм ауылдарында ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ойошторҙо. Бөтә райондарҙан килгән хакимиәт вәкилдәре башҡала парктары, фонтан һәм ихата биләмәләре менән танышты. Был ял программаһы түгел, ә танып-белеү экскурсияһы. Республиканың  ҡала-райондарынан килгән хакимиәт вәкилдәре  һәм белгестәр  Өфөнөң Дубки скверы бейеүсе торналар фонтаны менән таныша, уның эшләү механизмы, тирә-яҡты төҙөкләндереү, яңыртыу нескәлектәре менән ҡыҙыҡһына. «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән семинар башҡаланың матур фонтандарының береһе менән танышыуҙан башланды. Сара ауыл һәм ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында икенсе йыл рәттән ойошторола. Республиканың муниципалитет вәкилдәре хәҙерге һәм киләсәк төҙөкләндереү проекттары хаҡында һөйләшә, үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлаша. Семинарҙа ҡатнашыусылар Өфө ял урындарының төҙөкләндереү барышын да ҡараны. Черниковканың  беренсе май паркында  барған яңыртыу эштәре күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Заманса паркта але башҡарыр эштәр бихисап, күл тирәһен төҙөкләндереү, балалар, спорт майҙансыҡтарын төҙөү, видеокамералар ҡуйыу, автономлы һыу һибеү системаһын булдырыу. Төрлө арт-обьекттар урынлаштырыу, Ял зонаһы эшен тамамлау планда тора. Район вәкилдәре был тәжрибәне урындарҙа ҡулланырға ниәтләй. Район хакимиәте вәкилдәре шулай уҡ ҡала ихаталары төҙөлөшө менән танышты. Был йәһәттән дә тәжрибә менән бүлешер эштәр бихисап. Биләмәләр заман талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлә. Эргә-тирәләге юлдар, ихата, балалар, спорт майҙансыҡтары, автомобиль парковкалары - барыһы ла бер юлы тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү эше ихаталарҙың үҙенсәлегенән һәм, иң  мөһиме, йәшәүселәрҙең талаптарынан сығып башҡарыла. Семинарҙа төҙөкләндереү проекттарын булдырыуҙа Синхронлаштырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.  Был милли проекттарҙы һәм тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән  республика программаларын бергә тормошҡа ашырыу тигән һүҙ. Баш ҡалала ғына түгел, һәр муниципаль берәмектә лә уңайлы мөхит тыуҙырыу мөмкинлектәре бар. Уларҙы бары дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк, ти сараны ойоштороусылар Төбәк башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән Өфө ыңғай үҙгәрештәрҙең өлгөһө булырға тейеш тип белдерҙе. Семинарҙа парк сәнғәте тигән төшөнсә яңғыраны. Парк сәнғәте үҙгәреүсән, ул заман талаптарына яуап бирергә тейеш, тине Радий Хәбиров.  Зауыҡлы биләмәләр тип иғлан ителгән йылды төбәк етәксеһе генераль йыйыштырыу тип атаны һәм һәр районға күп йыллыҡ туҙанды осороп, заманса, зауыҡлы мөхит булдырырға саҡырҙы. Милли проекттарҙың, ҡала инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән ошондай  сараларҙың әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Уның  һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәй.  Ҡалаларҙы үҙгәртеү, төҙөкләндереү эштәрен сифатлы  алып барыу буйынса Башҡортостан иң алдынғылар исемлегендә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы

 Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына...

29 сентября 2020
Смотреть видео Өфөнөң Комсомол урамы халҡы  үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Аптырайһы түгел,  Галле  округы һәм Комсомол урамдары  киҫешкән урында күптән төҙөкләндереү эштәре бара. Тирә-яҡ  арҡырыһынан буйына ҡаҙылған, ә йәйәүлеләр өсөн йөрөр  урын ҡалдырылмаған. Урындағы халыҡ хәҙер машиналар, ремонт техникаһы менән  бер юлдан йөрөргә мәжбүр...

29 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау...

29 сентября 2020
Смотреть видео Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал

Коронавирус сәбәпле быйыл республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәтенә 11-се октябрҙе уҙғарыу планын бар яҡлап уйларға саҡырҙы. Коронавирус йәнә иғтибар үҙәгендә. Республикала вирус йоҡтороусыларҙың тәүлек...

29 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Вирустан тағы ла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Үткән аҙнала йома КОВИД-19 менән ауырыуҙың 36 осрағы теркәлһә, шәмбе ул 38-гә, йәшкәмбе 39-ға етте. Пандемия башланғандан алып яңы инфекция менән 8 мең 700 самаһы кеше ауырыған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 55 ауырыу стационарҙа...

29 сентября 2020
Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Яндекс.Метрика