Олимпиада-80

Был көндәрҙә 80-се йылдағы Олимпиаданы иҫкә алабыҙ. 22-се йәйге олимпия уйындарына 40 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Советтар Союзы йыйылма командаһында Башҡортостан егете лә ҡатнаша. Ул -  Игорь Соколов.  Ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ был аҙнала Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтты.  Мытищи. 1980 йыл. Июль. «Динамо» атыу урыны. 7 спортсы менән бер рәттән Өфө егете Игорь Соколов олимпия чемпионы исеме өсөн көрәшә.Ысынлап та, 40 йыл элек 19 июлдән 3 августҡа тиклем бөтә ил халҡы радио, телевизор, баҫмалар аша олимпия уйындарын күҙәтте. Тап Мәскәү олимпиадаһы Башҡортостанға тәүге чемпионды бүләк итте. Был еңеүгә Игорь Соколов оҙайлы әҙерлек аша килә.Атыуға Игорь Александрович дуҫы, класташы Виктор Гулаг менән бергә йөрөй башлай. Малайҙар Нефтяник стадионы тирына килә һәм тренер,  Виктор Фокин ҡулына эләгә. Игорь Соколов өйләнеп Мәскәүҙә ҡала һәм 30 йыл тирәһе Өфөгә ҡайтҡаны булмаһа ла, дуҫы менән бәйләнеште өҙмәй. Улар икеһе лә хәҙер тренерҙар. Виктор Борисович баш ҡаланың 26-сы олимпия резервы спорт мәктәбендә эшләй. Олимпия уйындарын телевизор аша күҙәтә. Иҫтәлек өсөн алып ҡайтҡан ҡабанлы сәпте әле лә һаҡлай ул. Игорь Соколовтың ата-әсәһе лә уның өсөн янып-көйә. Ә спортсының  маҡсаты бер — һынатмаҫҡа! Чемпиондың Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтыуын төбәктә әҙерләнеп көттөләр. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Игорь Соколовты награда көтә ине.Ҡуйылған маҡсаттар бойомға ашҡан. Көтөп алынған осрашыуҙар ҡыуаныстар, көс бирә. Ә яҡташтарыбыҙҙың бөйөк еңеүҙәре ғорурландыра һәм яңы үрҙәргә әйҙәй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

2 часа 23 минуты назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Яндекс.Метрика