Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең 600 кешенән ашты

Һуңғы тәүлектә тағы ла 36 кеше КОВИД-19  йоҡторған. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.  Йәмәғәт урындарында медицина битлектәрен кейеп йөрөү һәм социаль дистанцияны һаҡлау мәсьәләһенә Республика Хөкүмәтендә дүшәмбе һайын үткән оператив кәңәшмәлә йәнә етди иғтибар бирелде. Республикала коронавирус инфекцияһы асыҡланғандар һаны дүшәмбе иртәһенә 6 мең 607 кеше. 1 мең 536 сирле амбулатор шарттарҙа, стационарҙа 204 кеше дауалана, шуларҙың 35-е ауыр хәлдә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, госпиталдәрҙә урындарҙың 43 проценты буш. Талап ителгән дарыуҙарҙың ике айға етерлек күләме тупланған. Һаҡланыу сараларын һатып алыр өсөн аҡса етерлек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров аяуһыҙ һандар тураһында хәбәр итә. Үткән аҙнала Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу ҡорбандары һаны эҫе көндәргә туранан-тура бәйле. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр 2010 йылдағы хәлдең ҡабатланыуы ихтимал, тигән фекергә килтерә. Июль башынан республикала һыу ингәндә һәләк булғандар һаны 70-тән ашыу. Шуларҙың 70 проценты – һыуға иҫерек хәлдә төшкән ир-егеттәр. Иҫерткес эсемлектәргә бәйле йәнә бер күңелһеҙ күрһәткес – юл фажиғәләре ҡорбандары һаны. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика башлығы юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын ҡабаттан ҡуя. Радий Хәбиров торлаҡ сафҡа индереү кимәлен дә кәметмәҫкә өндәй. Бөгөнгә был күрһәткес 4 процентҡа тиклем артҡан, илдә иһә торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа кәм. Шәхси торлаҡ төҙөргә теләгән күп балалы ғаиләләрҙең 16 меңе ер участкаһы алырға сират көтә. Оператив кәңәшмәлә уларға, теләге буйынса, 250 мең һум күләмендә компенсация биреү мәсьәләһе ҡаралды. Республикала подъездар төҙөкләндереү программаһы ла тәғәйен ваҡытҡа үтәләсәк. Вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев 1 авгусҡа 663 подьезда капиталь ремонт тамамланасаҡ, был дөйөм һандың өстән бер өлөшө, тип белдерҙе. Киләһе йылда 776 йортта 2112 подъезды төҙөкләндереү көтөлә. Хеҙмәттәрҙең хаҡы 880 миллион һум. Оператив кәңәшмәлә  хөкүмәт ағзалары республикала санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап күңел-асыу учреждениеларын, шул иҫәптән кинотеатрҙар эшен тергеҙеү һәм киләһе йома мосолмандар билдәләйәсәк Ҡорбан-байрамды үткәреүгә ҡағылышлы ҡарарҙар ҙа ҡабул итте

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

2 часа 46 минут назад
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Яндекс.Метрика