Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк

Санитар талаптар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең иң ябай һәм еңел юлы. Инеү бер, сығыу икенсе урында, битлек, бирсәткә, дезинфекция саралары һәм социаль дистанция – республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Сөнки бында көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә. Документ ҡабул итеү-тапшырыу нөктәләрендә өҫтәл-ултырғыстар ике сәғәт һайын йыуып, санитайзерҙар менән эшкәртелеп тора. Хеҙмәткәр бүлмәләрендә һауа сафландырыу ҡоролмалары даими эшләй. Халыҡты ҡабул иткән ойошмаларҙа хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлһә, кешеләрҙең барыһы ла талаптарҙы үтәргә ашыҡмай. Ковид19 -ҙы инҡар итеүселәр йәмәғәт транспортында йыш осрай. Сауҙа үҙәктәрендә иһә битлеген өйҙә ҡалдырған һатып алыусылар ҙа, һаҡланыу сараһы тураһында онотҡан һатыусылар ҙа бар.  Был хәлгә йыуаш һаҡсылар ҙа булышлыҡ итә. Бинаға ингән урында улар һәр кемде иҫкәртергә бурыслы. Республика башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бер тәртип боҙоу икенсеһенә юл ҡуя.  Нефтекамалағы сауҙа үҙәктәренең береһендә ҡайһы бер һатыусылар битлекте исем өсөн генә йөрөтә. Был һаҡланыу сараһын ауыҙ-танауҙы тулыһынса ҡаплап, дөрөҫ кейергә кәрәк. Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тәртип боҙған һатыусыларҙы  Өфөлә лә асыҡланы. Йәмәғәт урындары даими күҙәтеү аҫтында булһа, был майҙанда тикшереү-контроль комиссия көтөлмәгән хәл. Төҙөлөштә мәшғүл хеҙмәт мигранттары битлек кеймәгән, тән температураһын иҫәпләр термометр ватылған, дистанция билдәләре юҡ. Вице-Премьер Ирек Сәғитов кәмселектәрҙе ярты көн эсендә төҙәтергә ҡуша. Юғары әҙерлек режимы барышында ведомство-ара рейдтар ғәҙәти күренешкә әйләнә. Республика предприятиелары бындай тикшереүҙәрҙе тыныс ҡабул итә. Әммә талап үтәлмәгән осраҡтар бар. “Рәсәй” медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында табиптар, күҙәтеү һәм профилле орган вәкилдәре Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынә бәйле хәлгә байҡау яһаны.  Төбәктә сир таралыу индексы 0,8 процент. Республикала үҙизоляциянан сығыуҙың икенсе баҫҡысына күсер өсөн етәкселек менән күҙәтеү органдары талаптары ғына аҙ, халыҡтың да яуаплылығы мөһим. Ябай һаҡланыу саралары ла сир йоҡтороу хәүефен ҡырҡа кәметә ала. Табип кәңәштәрен тыңлап, боронғоларҙың “күмәкләгән яу ҡайтарған”, тигән әйтемен хәтерләп, сирҙән һаҡланыу әмәлен күреү хәйерле. Һәр кем үҙ сәләмәтленә яуаплы ҡарап башҡалар һаулығын хәстәрләй ала.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

2 часа 9 минут назад
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

2 часа 9 минут назад
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

2 часа 10 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

2 часа 10 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

2 часа 10 минут назад
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

2 часа 10 минут назад
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

2 часа 10 минут назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Яндекс.Метрика