Башҡортостан Ҡорбан байрамын ҡаршылай

Хаҡ мосолмандар пандемия шарттарында иң изге байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйетен ҡаршы алырға әҙерләнә. Коронавирус таралыу сәбәпле халыҡҡа мәсеттәргә бармайынса, байрамды ғаилә менән өйҙә билдәләргә кәңәш ителә.  Был талап беҙҙең төбәктә генә түгел бар донъяла ҡабул ителгән. Исламдағы күркәм байрамдың төп ҡағиҙәһе – Ҡорбан салыу — тәртибендә лә үҙгәрештәр бар. Быйыл яңы шарттарҙа республика мосолмандары ҡорбанды дистанцион салдырырға, йә барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгән урындан килеп алырға мөмкин. Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек көнэлгәре башланды. Фәүҙәт Сәйетов ҡуй һарыҡтарын үрсетеү менән шөғөлләнә. Йыл һайын ул Ҡорбан байрамына 200-гән баш һимертә. Әммә, быйыл берәҙәк эттәр аҙбарға инеп, 50-нән ашыу малҡайҙы тамаҡлаған. Фермер быны “Хоҙай шулай ҡушҡандыр” тип ҡабул итә. Ҡорбанға килтерелер һарыҡтар иң мөһиме таҙа һәм сәләмәт булырға тейеш, ти йүнсел. Быға тиклем Фәүҙәт Сәйетов ҡуй һарыҡтарын Өфө мәсеттәренә килтергән, өсөнсө йыл инде мосолмандар үҙҙәре килеп ала. Пандемия шарттарында был бик уңай. Быйыл ҡорбанды үҙ ихаталарында салырға рөхсәт иттеләр. Ә кемдәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ, улар өсөн махсус урындар булдырыла. Өфөлә ҡорбан салыу өсөн ике урын әҙерләнә. Уларҙың береһе Төнъяҡ автовокзал янындағы майҙанда, икенсеһе Зинин ауылы эргәһендә урынлаша.Уҙған йылдарҙағы кеүек ҡорбан салыу урындарына махсус автобустар йөрөмәйәсәк. Быйыл ҡорбанға килтереләсәк мал һаны ла ике тапҡырға аҙ. Өфөлә 2 мең баш һарыҡ салыныр, тип көтөлә. Коронавирусты таратмау сараларынан тыш, ветеринар талаптарға ла иғтибар ҙур. Шуға күрә, урындағы етештереүселәргә өҫтөнлөк бирелә.Ҡорбан-ғәйетенә мәсеттәрҙә лә махсус әҙерләнәләр. Ғәҙәттә, уларҙа байрам өҫтәлдәре ҡуйыла ине, быйыл булмаясаҡ. Ә изге йорттарға 50-нән артыҡ кеше индерелмәй. Битлек, тән температураһын үлсәү һәм дистанция һаҡлау – төп талаптар булып ҡала.Быға тиклем меңәрләгән халыҡ йыйылған мәсеттәрҙә байрам намаҙҙары ғына уҡыласаҡ. Ҡорбанды быйыл ситтән тороп салдырырға ла мөмкин, тип белдерәләр Башҡортостан мосолмандары диниә-назаратынан. Ә барлыҡ ит социаль учреждениеларға таратыласаҡ.Ләлә-Тюльпан мәсетендәге байрам намаҙын быйыл Рәсәй 1 һәм Башҡортостан 24 телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк. Трансляция 31-се августа иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Был көн республикала ял тип иғлан ителгән һәм байрамды мосолмандар ғаиләләре менән өйҙәрендә, матур табын артында үткәрергә йыйына.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

2 часа 1 минута назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020
Яндекс.Метрика