Башҡортостан сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй

Мотлаҡ койка фонды, дарыуҙар – Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығына запас әҙерләргә тәҡдим итте. Коронавирусҡа бәйле хәл төбәктә тигеҙ, әммә күрһәткестәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреше теркәлмәй. Башҡортостан сир таралыу хәүефе сәбәпле сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсмәй. Радий Хәбиров был яуаплы аҙымға тейешле әҙерлек кәрәк, тип белдерҙе.Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә йәнә онлайн тәртиптә үтә. Эпидемиологик хәлде яҡшыртырға теләһәк аралашыуҙарҙы сикләү хәйерле. Радий Хәбиров көнэлгәре билдәләнгән даталарға, йәғни, кинотеатрҙар асыу көнөнә лә үҙгәрештәр индереү ихтималлығы тураһында иҫкәртте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 6851 кешенең сир йоҡторғаны билдәле. Үткән тәүлектә сиреләр исемлегенә 35 кеше өҫтәлгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үлем осраҡтары юҡ.  Иң мөһим бурыс – яңы уҡыу йылына бөгөнгөнән яҡшыраҡ күрһәткестәр менән аяҡ баҫыу. Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү йорттары балаларҙы етди әҙерлек менән ҡабул итергә тейеш.  Рәсәй һауа юлдарын асҡан мәлдә Өфө аэропортына ла “сит илгә тәҙрә асырға ваҡыт”. Республика башлығы  транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа Росавиация менән даими бәйләнеш тоторға ҡушты. Вена, Истамбул рейстарын тергеҙеү менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте йәнләндереү көнүҙәк. Аэропортта хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә Радий Хәбиров айырым иғтибар талап итте. Автомобиль юлдарында иҫерек водителдәргә ҡарата ла етди саралар мотлаҡ. Республика етәксеһе фекеренсә, туҡтатыу, штраф һалыу, административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан тыш машинаны айыҡ йөрөтөү пропагандаһы мөһим. Иҫерткес эсемлектәр һыуҙа үлем осраҡтарын арттырыуға ла килтерә. Республикала һыу инеү миҙгеле дауамында ҡотҡарыусылар көсөргәнешле режимда эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе белдереүенсә, үткән аҙнала төбәктә дүрт кеше һәләк булған.  Ете кешене ҡотҡарыусылар һыуҙан йолоп алып ҡалған.  Оператив кәңәшмәлә сүп-сар сығарыуға хаҡ күтәреү тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостанда тарифтар илдә ҡабул ителгәндән иң түбәне. Түләүҙәрҙең уртаса 85 проценты йыйыла. Төбәк операторҙары республика етәкселегенә сүп-сар сығарыу хаҡын күтәрергә тәҡдим иткән. Сүп-сар реформаһының икенсе өлөшө ҡалдыҡтарҙы айырып утилләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан өсөн полигондар һәм сортировка станциялары эшен яйға һалыу мәсьәләһе көнүҙәк. Радий Хәбиров республика иҡтисади яҡтан ғәҙел хаҡтар буйынса фекер алышыуҙарға әҙер, тип белдерҙе.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

2 часа 2 минуты назад
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика