Ер бүлеме урынына 250 мең һум

Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлеме урынына 250 мең һум аҡса бирелеүе ихтимал. Был проектты  сентябрҙән ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала. Түләүгә кемдәр дәғүә итә ала, уны нимәгә тотонорға мөмкин? Был яланда һуңғы тапҡыр арыш йыйыла. Оҙаҡламай ошо биләмәлә тотош бер район ҡалҡып сығасаҡ.  Кушнаренко районында күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ер участкалары биреү эше  ҡайнай. Районда йәшәүсе 194 ғаилә ерле булған да инде, тағы   174-е үҙ сиратын көтә. Оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ, тип вәғәҙәләй район хакимиәте етәкселеге. Йылдың аҙағына тиклем сиратта торған  һәр ғаилә  үҙенә тәғәйен 12 сутый ерен аласаҡ. Республикала ёле 16 мең ғаилә ер бүлемен алыуға сиратта тора. Мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән граждандарға альтернатив сара тәҡдим ителә. Хәҙер күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән  ғаиләләргә  үҙҙәренә тейешле ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин буласаҡ. Аҡсалата компенсация торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланырға тейеш. Был аҡсаны торлаҡ,  ер биләмәһе  һатып алыуға, йә төҙөүгә һәм  ипотека кредитын ҡаплауға ҡулланырға мөмкин. Сумма ҡулға бирелмәй, банк йәки ойошма иҫәбенә күсерелә. Хаматрәхимовтар ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә. Байтаҡ сәбәптәр арҡаһында улар 2016 йылдан алып ер участкаһына сиратта торған. Йәшәгән урамдарында яңы йорт та һала башлаған.  Ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин икәнен ишетеү менән беренселәрҙән булып урындағы хакимиәткә ғариза тапшырған. Бындай тәжрибә илебеҙҙең тиҫтәләгән төбәгендә уңышлы  бойомға ашырыла. Күрше Силәбелә  250 мең һум, Ырымбур, Пермь һәм башҡа өлкәләрҙә күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер урынына 200 мең һум аҡса бирелә. 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә  күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр  дәғүә итә.  Ғаризаны Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йә урындағы хакимиәткә тапшырырға мөмкин.  Проект сентябрҙә эш башлаясаҡ.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

2 часа 25 минут назад
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика