Халыҡ зыярат төҙөлөшөнә ҡаршы

Өфө районы  Миловка ауыл советы  биләмәһендә зыярат төҙөү ҡарала. Ҡәберлек өсөн  86 гектар ер бүленгән. Проект күптән әҙер, әммә эргә-тирәләге ауыл халҡы был төҙөлөшкә ризаһыҙлыҡ белдерә.  Зөлфиә Аҡбашеваның инде күптән күңеле тыныс түгел. Уның баҡсаһынан 50 метр алыҫлыҡта ғына  ҡала зыяраты төҙөү  ҡарала.  Төҙөлөш эҙемтәләренең ни тиклем ҡурҡыныс булыуын  яҡшы белә  хужабикә. Зыярат төҙөүгә баҡсасылар ғына түгел, эргә тирәләге  ауыл халҡы ла ҡаршы. 85 гектар ерҙе биләйәсәк майҙан  Начапкино һәм Лесная ауылдарынан бер километр алыҫлыҡта ғына урынлаша. Ауыл халҡы  әйтеүенсә,  зыярат урыны дөрөҫ һайланмаған.  Ҡәберлектәр өсөн тәғәйен ер аҫтында шишмә сыға, улар  эргәләге Ливневое күлен  һәм ошо урында үҙ ағымын башлаған Горное йылғаһын һыу менән тәъмин итә. Ул ғына ла түгел, был биләмәлә һыу ер өҫтөнә яҡын аға. Яҙын улар өҫкә күтәрелә. Зыярат төҙөлөр биләмә һыу  аҫтында ҡалыуы ихтимал. Миловка ауыл советында  оҙаҡ йылдар баш агроном булып эшләгән Мосауир Мәнәуир улы  ла зыярат төҙөләсәк баҫыуҙарҙа июль айҙарына тиклем һыу ятҡанын хәтерләй.  Ул һәм тотош ауыл халҡы төҙөләсәк  зыярат санитар нормаларға тап килмәй, тигән фекерҙә. Ауыл халҡы белдереүенсә, зыярат ерен билдәләү өсөн бихисап талаптар үтәлергә тейеш. Проблеманы  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ла үҙ иғтибарына алды.  Бындай ҡатмарлы объекттар төҙөй башлар алдынан биләмәлә ентекле экспертиза үткәрелергә  һәм был эш мотлаҡ законға ярашлы үтәлергә тейешлеген билдәләй ул. Зыярат төҙөлөр ерҙәр  — федераль биләмә, ти урындағы халыҡ. Быға тиклем бында хәрби уҡыуҙар үткәрелгән. Зыярат төҙөүгә заказды  мухсус хеҙмәтләндәреү комбинаты  биргән, әммә ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, зыярат өсөн урынды Өфө  районы үҙе тәҡдим иткән. Эргә тирәләге ауыл халҡы зыяратҡа ҡаршы хат яҙып,   биш йөҙгә яҡын ҡултамға йыйған.  Әлегә, йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләрен генә көтөргә ҡала.  Уның ҡарары 14 көн эсендә халыҡҡа еткерелергә тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика