Йылға бар, әммә һыу инергә ярамай

 Салауат районында йәшәүселәр махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары булмауға зарлана. Өҫтәүенә, Әй менән Йүрүҙән буйҙары сүп-сар менән тула. Әгәр ҙә ял итеү урындары төҙөкләндерелеп, контейнерҙар ҡуйылһа, бындай хәл булмаҫ ине, ти урындағы халыҡ. Тап ошо урында бер егеттең ҡаянан һыуға һикереп һәләк булғанын күптәр белеп тә бөтмәй. Әлеге мәлдә ошо уҡ шөғөл менән мәшғүл булған егет үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанын бәлки аңламайҙыр ҙа. Йылға таҙартылмаған, уның төбөндә консерва банкалары, ватыҡ шешә ярсыҡтары ла булыуы ихтимал.  Әммә “Һыу инергә ярамай” тигән билдә ҡуйылһа ла, Йүрүҙән  буйында кеше бихисап. Махсус йыһазландырылмағас, яр буйында контейнерҙар ҙа юҡ. Тимәк, туристар артынан шунда уҡ сүп-сар ятып ҡала. Ә бит Янғантауҙа  ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелгән биология, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары комплексы урынлашҡан. Рәсәйҙәге тәүге геопарктың биләмәһендәге, шул иҫәптән, тыуған яҡтарының экологияһы урындағы халыҡты ныҡ борсой. Тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр һәм эргәләге “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ көстәре менән шәмбе өмәләре ойоштора.Конкурстың маҡсаты — “Янғантау” геопаркы биләмәһендә сүп-сар йыйып, тәртипкә килтереү. Аҙаҡ таҙартылған урынды фото йәки видеоға төшөрөп, “Ни өсөн мин был йылғаны яратам” тигән һорауға яуап өҫтәп, геопарктың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә ебәрәрегә генә кәрәк. Еңеүселәрҙе Йүрүҙән йәки Әй йылғалары буйлап һалда ағыу көтә.Йүрүҙән буйындағы хозур тәбиғәт менән һоҡланғанда, ошондай күренештәргә тап булыу, әлбиттә, күңелде ҡыра. Яр буйын төҙөкләндереү урынына, “һыу инергә ярамай” тигән яҙыу ғына ҡуйылған. Әммә хатта был плакат та йыртылып төшөп, тирә-яҡты йәмһеҙләп тора. Валерий Фазлетдинов менән Ҡәүей Рәхимйәнов Өфөлә йәшәһәләр ҙә, тыуған яҡтарына йыш ҡайтып торалар. Юлдан үтеп барғанда был матурлыҡ үҙенә саҡырып уҡ тора, әммә яҡындан килеп ҡараһаң, бында ял итеү теләге шунда уҡ юғала, ти улар. Беҙ ҙә ошо һорау менән муниципалитетҡа мөрәжәғәт иттек. Район хакимиәте башлығы отпускала булыу сәбәпле, уның урынбаҫары ҡаршы алды. Тик ул беҙҙең һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты.  Асыҡланыуынса, Салауат районында махсус йыһазландырылған һыу инеү урындары бөтөнләй юҡ. Был проблеманы контролдә тотабыҙ, бәлки киләһе йылға хәл итербеҙ, тип вәғәҙәләнеләр район хакимиәтендә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика