Радий Хәбиров Өфөлә зоопарк төҙөү бурысынҡуйҙы

Төбәк етәксеһе цивилизациялы донъя күптән баш тартҡан күсмә зоопаркты Башҡортостан биләмәһендә урынлаштырмаҫҡа тәҡдим итте. Өфөләге күсмә зоопарк күптәргә таныш, уның башҡала тирәләй генә күсмә икәне лә мәғлүм. Ситлектәге йәнлектәрҙең йонсоу хәле лә сер түгел. Республика башлығы хакимиәткә бер аҙна эсендә был ҡыҙғаныс хәлде бөтөрөү йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә ҡуша. Миллионлы ҡаланың йөҙө лә бөхтә, урам юлдары ла төҙөк булырға тейеш. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәйелгән төҙөлөш һәм юл төҙөкләндереү эштәренә ҡағылышлы уңайһыҙлыҡтар тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре урынлы, Радий Хәбиров башҡала хакимиәтенә ошо уңайҙан да йөкләмә бирҙе. Идара итеү йөкләмәләрҙең үтәлешен мотлаҡ тикшереүгә нигеҙләнә, тип Республика башлығы Контроль идаралығына Өфө, Салауат Стәрлетамаҡта подъездарҙа дезинфекция үткәреү сифатына иғтибар итергә ҡушты.Йәнә бер кисектергеһеҙ мәсьәлә – берҙәм дәүләт имтиханында белем кимәлен йөҙ бал күләмендә күрһәткән уҡыусылар әҙерләгән педагогтарҙы бүләкләү.  Имтиханда йөҙ балл йыйған эштәр һаны быйыл 127, мәктәп тамамлаған өс кеше имтиханды бер нисә фәндән йөҙ балға тапшырған. Республика башлығының апрель айында ҡул ҡуйған ҡарарына ярашлы, 50 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә 106 уҡытыусы дәғүә итә. Радий Хәбиров был түләүҙәрҙе август айында уҡ башҡарырға ҡушты. Республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары ла дәүләт ярҙамына иҫәп тота. Үткән осорҙа тармаҡта кейем һәм туҡыма әйберҙәре етештереү күләме артҡан. Был ЮНИДО ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү, төбәктә берҙәм мәктәп формаһы индереү пилот проектын бойомға ашырыу һәм коронаривус инфекцияһына бәйле пандемия осоронда шәхси гигиена сараларын тегеүҙе яйға һалыу менән дә бәйле. Бөгөнгә келәттәрҙә 500 мең күп ҡулланышлы битлек тупланған. Республикала ковид-госпиталдәр өсөн 8 компьютер томографы һатып алынған. Шулайҙың икәүһе ҡулланышта, ҡалған алтыһы сентябрь аҙағында эшләй башлай. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министры белдерҙе. КТ тикшеренеүҙәргә килгәндә республикала иғтибарға лайыҡ мәғлүмәт теркәлгән. Өфөлә генә үпкәһен ҡаратырға килгән 70 кешелә яман шештең башланғыс мәле асыҡланған. Хәҙер был пациенттарҙың, ваҡытында дауалай башлап, ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Коронавирус буйынса иһә республика билдәле яҫылыҡҡа өлгәшкән. Максим Забелин үткән өс аҙнала үҫеш темпы тәүлегенә 35-36 осраҡтан артмаған, тип белдерҙе. Пневмония осраҡтары ла кәмегән. Тап ошо мәлдә битлек режимын һаҡлау, социаль дистанцияны тотоу, халыҡ күмәк йыйылған сараларҙы сикләү мөһим.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

1 час 35 минут назад
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика