Башҡортостан ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү буйынса Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә

Әлеге көндә коронавирус йоҡторған 300-ҙән артыҡ пациентҡа плазма бирелгән һәм улар сирҙе еңеп сыҡҡан. Кемдәр ул ковидҡа ҡаршы көрәшкән донорҙар? Бер стакан сәй донорға хәл һәм көс өҫтәй. Сөнки ковидҡа ҡаршы  донорға 600 миллилитр  ҡан тапшырырға кәрәк. Процедура ғәҙәти күренеш кеүек. Әммә айырма шунда — улар коронавирус менән ауырыусылар өсөн плазма тапшыра. Коронавирус үткәргән кешеләрҙҽң организмы ҡанында ауырыуға ҡаршы тороусы айырым матдәләр эшләп сығара. Әгәр уларҙы ауыр хәлдәге сирлеләргә индерһәң, был матдәләр иммунитеттары көсһөҙ булған пациенттарға ярҙам итә. Был дауалауҙың бер ысулы булып тора. Вячеслав Гомолко короновирус сире тураһында ишетеп кенә белмәй. Сиргә улар бөтә ғаиләһе менән дусар була. Почетлы донор исемен йөрөткән ир-уҙаман был юлы үҙе кеүек сирлеләргә ярҙам итергә теләй.Ә ҡайһы берәүҙәр ковид-19 сирен кисергәнен бөтөнләй белмәй. Дмитрий исемле егет шундайҙар рәтендә.  Республика ҡан тапшырыу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә плазма әҙерләүҙе май айында уҡ башлаған. Плазманы сирлегә биргәнгә тиклем ул бөтә төр вирустарҙан таҙартыу үтә.Бер нисә йыл элек ҡан тәғәйен пациентҡа барып еткәнгә тиклем бер нисә ай карантинда булһа, хәҙер инде юғары технологиялы аппараттар ярҙамында плазма сирлегә икенсе көнөнә үк индерелә.Коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табылғанға тиклем, плазма  ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауалауҙа ҡулланылған альтернатив алым. Әлеге мәлдә ковидҡа ҡаршы плазма 500 сирлегә бирелгән. Шуларҙың 300-ө һауығып сыҡҡан. Ә ҡалған 1200 доза әле махсус пробиркаларҙа һаҡлана. Әйткәндәй, бер кешегә уртаса ике доза тотонола. 600 миллилитр күләмдә тапшырған ҡан өсөн донорға 5 мең һум аҡса ла ҡаралған.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

2 часа 6 минут назад
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика