Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн үрсетеү теләге менән Эдуард Шәрәфетдинов ете йыл янып йәшәй. Бәләкәйҙән тәбиғәтте, балыҡсылыҡты яратҡан ир-егет бөтә буш ваҡытын ошо шөғөлгә бағышлай. Был темаға ҡағылышлы күп әҙәбиәт менән дә танышҡан. Хатта төрлө төбәктәргә, илдәргә йөрөп, башҡа фермерҙарҙың тәжрибәһен өйрәнгән.Балыҡсылыҡ фермаһы өсөн ул Салауат районындағы Ҡыҙырбаҡ ауылы эргәһендәге хозур тәбиғәтле урынды һайлай. “Янғантау” геопаркы биләмәһендәге ер экологик яҡтан таҙа, ауыл-хужалығы эштәре алып барылмағас, тупраҡта ағыулы ашламалар ҙа юҡ. Ә иң мөһиме – Йүрүҙәнгә ҡойған, таҙа һәм һалҡын һыулы Ләүзә йылғаһы аға. Тап ошо йылға тамағында балыҡтар үрсетеү каналы төҙөгән дә инде фермер. Өҫтәүенә, каналдарҙың береһенә Ләүзә йылғаһындағы ҡырағай йылға бағыры ла инә, тимәк, уларҙың да популяцияһы тергеҙелә. Әйткәндәй, тура дүртмөйөш формаһындағы бассейндар һыуҙағы кислородтың һәм башҡа биохимик күрһәткестәрҙең нормала булыуын тәьмин итә. Балыҡтың ите сифатлы һәм тәмле булһын өсөн, шулай уҡ, антибиотиктарһыҙ, яһалма буяуғыстарһыҙ органик ем кәрәк, ти эшҡыуар. Емде фермер сит илдән, атап әйткәндә, Франциянан һатып ала. Сөнки Рәсәйҙә бағырҙар өсөн сифатлы аҙыҡ етештермәйҙәр, ти ул. Ғөмүмән алғанда, 50 тонна балыҡ үрсетер өсөн 50 тонна ем кәрәк. Әлеге мәлдә Ләүзә фермаһының ҡеүәте – йылына 50 тонна бағыр балығы. Селбәрәнән алып, һатыуға яраҡлы балыҡ үҫтереү өсөн ике йыл самаһы ваҡыт талап ителә. Продукцияны айырым кешеләр ҙә һатып ала, билдәле ресторандарға ла оҙатыла. Эште Эдуард Шәрәфетдинов үҙ көсө, үҙ аҡсаһы менән башлап ебәргән. Әммә район хакимиәте тарафынан да ярҙамһыҙ булмай. Әле яңы ғына элект энергияһын үткәрҙеләр, ти ул. Шулай уҡ, эшҡыуар “Агростартап” конкурсында ҡатнашып, дәүләт грантын отҡан. Киләсәктә, фермала ыуылдырыҡтан алып, балыҡты үрсетеп, эшкәртеп, әҙер продукцияны ҡалаларға оҙатыу күҙҙалана. Тимәк, республика халҡы үҙ йылғаларында үрсетелгән ҡиммәтле деликатес менән һыйланыу мөмкинлеген ала. Өҫтәүенә, фермала гастрономик туризмды үҫтереү күҙаллана.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика