Оператив кәңәшмә

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Ҡуштау янында булған ваҡиғаларға үҙ баһаһын бирҙе һәм был йәһәттән артабанғы аҙымдар тураһында һөйләне. Уҙған аҙна республика өсөн ваҡиғаларға бай һәм үтә лә ҡатмарлы булды. Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмә лә йәмәғәтселекте борсоған төп мәсьәләләрҙең береһенән башланды. “Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән Башҡорт сода компанияһы араһындағы ҡаршылыҡтар ҙур бәрелештәргә килтерҙе. Был, әлбиттә, беҙҙең иғтибарһыҙлыҡтан килә. Фәһем алырға урын бар”, тине Радий Хәбиров. Ҡуштау буйынса уртаҡ фекергә килмәйенсә уны бер кем дә эшкәртмәйәсәк, тигән белдереү тау итәгендә үткән осрашыуҙа яңғырағайны. “Мин ике яҡҡа ла — Башҡорт сода компанияһы хеҙмәткәрҙәренә лә, тауҙы яҡлаусыларға ла, бер-беребеҙҙе ишетеп, тыныс ҡына таралышҡан өсөн рәхмәтлемен, тине республика башлығы. Әйткәндәй, шихандар буйынса мәсьәләне хәл итеү буйынса айырым ултырышта фекер алышасаҡтар. Ҡуштауҙағы һөйләшеү ваҡытында даими эшләйәсәк координация советы булдырырға килешелгәйне. Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалығы, юл-транспорт фажиғәләре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡағылышлы ведомстволар етәкселәренең докладтары тыңланды. Үткән аҙналағы оперативкалағы кеүек был юлы ла, республика ҡалаларындағы подъездарҙа дезинфекция үткәреү эше иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Оҙайлы ямғырҙар һәм түбән һауа температураһы көҙгө баҫыу эштәренә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Урып-йыйыу эштәре яйланды, әммә былтырғы йыл менән сағыштырғанда күрһәткестәр юғары. Шулай уҡ, төбәктең 36 районында ужым культураларын сәсә башлағандар. Йәй тамамланыуға бара, һалҡын һауа торошон иҫәпкә алып, ҡышҡылыҡҡа һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен тамамлау ваҡытын барларға кәрәк, тине Радий Хәбиров.Коронавирусҡа бәйле мәсьәләләр ҙә көн ҡаҙағында. Төбәктә үткән тәүлек эсендә 38 кеше инфекция йоҡторған. Шулай итеп, коронавирус менән ауырыусыларҙың һаны 7340-ҡа еткән. Хәл тотороҡланды, әммә ауыр эпидемиологик миҙгел алдынан ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, тине республика етәксеһе. 1 сентябрь һәм айҙың беренсе өс аҙнаһы буйынса борсолоуын белдерҙе Башҡортостан етәксеһе. Сир таралыу хәүефен кәметеү йәһәтенән белем усаҡтарында медицина инспекторҙары эшләйәсәк. Студент-медиктар мәктәптәрҙә социаль аралыҡты, дезинфекция үткәреүҙе, һаҡланыу сараларын үтәүҙе контролдә тотасаҡ. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был темаға етди иғтибар бүлергә һәм шәхсән шөғөлләнергә ҡушты. Әйткәндәй, киләһе аҙнанан республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөй башлаясаҡ. Ул ҡан әйләнеше системаһы һәм яман шеш ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлауға йүнәлтелгән. Пандемия сәбәпле был акция ваҡытында ла санитар-һаҡланыу нормаларын үтәргә саҡырҙы республика башлығы.

Читайте нас в Яндекс.Дзен