Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә.

Беренсе сентябрь көнө Чесноковка ауылында “Спутник” белем биреү үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тантаналы линейка 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн генә үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров мәктәп менән танышты, үҙ теләктәрен еткерҙе. Быйыл мәғариф учреждениеһында үҙгәрештәр күпме? Уҡыу барышында ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ? Бәләкәстәр өсөн быйыл икеләтә байрам. Беренсе классҡа аяҡ баҫыуҙан тыш, улар матур, иркен, яңы мәктәптә белем аласаҡ. Өфө районы Чесноковка  ауылындағы мәктәпкә 2019-сы йылдың апрелендә нигеҙ һалына башлағайны. Быйыл, ниһайәт, белем усағы үҙ ишектәрен асты. Мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларын ҡотлау өсөн республика башлығы Радий Хәбиров килде.Чесноковка ауылында мәктәп бар, әммә ул ни бары 200 урынлыҡ ҡына. Ә яңы мәктәп 540 уҡыусыға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров уҡытыусылар менән берлектә “Спутник” белем биреү үҙәгенең бүлмәләрен ҡараны, үҙенең теләктәрен еткерҙе.Был учреждениены төҙөү өсөн бөтәһе 456 миллион һум аҡса бүленгән. “Спутник” белем биреү үҙәгенә быйыл 128 бала беренсе класҡа килде. Улар 4 төркөмгә бүленгән.

Республикала 1 сентябрҙән шулай уҡ балалар баҡсалары ғәҙәти тәртиптә эшләй башлай. Ошо уңайҙан, яңы уҡыу йылында “Спутник” белем биреү үҙәге генә түгел, ә шул уҡ урында төҙөлгән балалар баҡсаһы ла үҙ ишектәрен асты.  Балалар баҡсаһында 160 сабый тәрбиәләнә. Бында һигеҙ төркөм эшләйәсәк. Мәктәп менән балалар баҡсаһының йәнәш тороуы ата-әсәләр өсөн генә түгел, урындағы хеҙмәткәрҙәр өсөн дә күпкә уңайлы. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн  бер үк аш-һыу бүлмәһе бар.Мәктәптең аш-һыу бүлмәһендә бер өҫтәлдә 6 кеше ултыра ала. Күреүегеҙсә, улар матур, сағыу төҫтәргә буялған. Әйткәндәй, мәктәп уҡыусыларынан тыш бында балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙар өсөн дә аш-һыу әҙерләнәсәк.Әйткәндәй, Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан бөтә мәктәптәрҙә лә берҙәм меню индерелә. Республикала мәктәп уҡыусыларын ашатыу өсөн 200 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға аш-һыу бүлмәләре төҙөкләндерелә, яңы ҡорамалдар һатып алына. Берҙәм менюнан тыш, хәҙер берҙәм мәктәп формалары ла модаға инде.  Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Яңы проект әле республиканың Әбйәлил, Благовар, Федоровка, Ғафури, Әлшәй һәм Яңауыл муниципалитеттарының беренсе класстан алып бишенсе класста белем алыусы уҡыусыларға ҡағыла. Берҙәм мәктәп формаһы комплектының хаҡы яҡынса 2 мең 500 һум. Башҡортостанда быйыл уҡыу йылы, ысынлап та, үҙенсәлекле шарттарҙа башланыуы менән айырыла. Мәҫәлән, короновирус сәбәпле, белем көнөндә республика мәктәптәрендә медицина инспекторҙары эшләне. Башҡортостанда 500 меңгә яҡын уҡыусы, шул иҫәптән 55 мең бала уҡыу йылын башланы.  Ошо уңайҙан республика башлығы Радий Хәбиров та хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеп, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә мөрәжәғәт итте.Өҫтәүенә, һәр ваҡыт бүлмәләрҙе елләтеү һәм таҙартыу талаптары ҡуйылған. Уҡыусыларҙың уҡыу пландарында ла үҙгәрештәр бар.  Хәҙер дәрестәр 35  минут дауам итә, тәнәфестәр ҙә бер үк мәлдә булмай.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика