Өс районда мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың коронавирус йоҡтороуы асыҡланды

Ошо сәбәпле 323 кеше дистацион уҡытыуға күсерелгән. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә  мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, белем усаҡтарында контролде  көсәйтергә кәрәк. Коронавирусҡа бәйле хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ булыуы ихтимал ине, тине Радий Хәбиров 323 баланың дистанцион уҡыуға күсеү хәбәрен еткереп. Ишмебай, Мәләүез һәм Иглин райондарындағы осраҡтарҙы, әлбиттә, иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Район башлыҡтарына, мәғариф учреждениелары етәкселәренә, уҡытыусыларға һәм, әлбиттә, медицина инспекторҙарына һәр осраҡты ентекле тикшерергә һәм был бурысты яуаплы атҡарырға кәрәк.Коронавирус ГРИПП-ҡа ҡаршы вакцинацияны көсәйтеүҙе талап итә. Республикала йыл аҙағына етерлек запас тупланған, Радий Хәбиров чиновниктарға үҙ миҫалында прививканың мөһимлеген һәм мөмкинлеген халыҡҡа еткерергә саҡырҙы. Мәктәп уҡыусылары сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырырға стоматология кабинеттары ла ярҙам итә. Табиптар балаларҙың тешен тикшергән арала башҡа сирҙәрен, сәләмәтлеген борсоған осраҡтарҙы асыҡлай. Был проектты артабан бәләкәйерәк ауылдарҙа дауам итергә килешелде, сөнки тап унда медицинаға ҡытлыҡ бар.Оператив кәңәшмәнең көн ҡаҙағына ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе лә сығарылды. Әлегә ни бары 6 муниципалитет ҡына әҙерлек паспортын алған, ҡалғандарына 15 сентябргә тиклем ҡаҙанлыҡтарҙа һынау үткәреп тәбиғәт күстәнәстәренә әҙер булыу бурысы ҡуйылды. Торлаҡ-көнкүреш темаһын дауам итеп, ҡаты ҡалдыҡтар өсөн тарифтарҙы арттырыу башланғысы ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Экология министрлығы сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтарҙы арттырыу яҡлы, шунһыҙ сорттарға айырыу заводтары төҙөп булмаясаҡ. Радий Хәбиров ҡалдыҡтарҙы аҙнаһына бер тапҡыр килеп алған өсөн ауыл кешеһенән 70-90 һум түләтеү ҙә дөрөҫ түгел тигән фекерҙә.Башҡортостандан 8 проекттың федераль грантҡа эйә булыуы хаҡында лә әйтелде оператив кәңәшмәлә. Бәләкәй ҡалаларҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан программа ярҙамында парктар төҙөкләндереләсәк. Хәҙер был аҡсаларҙы һөҙөмтәле тотоноп эштәрҙе ваҡытында башҡарыу бурыс. Ә теләһә ниндәй һөҙөмтәгә ирешеүҙең сере халыҡ менән килешеп, аралашып эш итеүҙә. Радий Хәбиров район етәкселәрен сикләүҙәр ҡоршауы артынан сығып халыҡ менән йышыраҡ осрашырға саҡырҙы.Республика аграрийҙары быйылғы уңыштан 3 миллион 200 мең тонна игенде ырҙынға оҙатҡан, баҫыуҙарҙың 80 проценты эшкәртелгән. Ә был яңы рекордҡа ишара, ураҡ аҙағына уңыш 4 миллион тоннанан ашыр тигән өмөт бар.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика