Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды

Тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары арта. Сәләмәтлек өсөн уның эҙемтәләре үтә хәүефле, шуға күрә белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға тәҡдим итә белгестәр. Александра Четвергова һөнәре буйынса табип. Бәшмәк йыйыу – бала саҡтан яратҡан шөғөлө. Шуға күрә лә Башҡортостандағы һәр бәшмәктең ҡайҙа үҫкәнен, ниндәй төргә ҡарағанын биш бармағылай яҡшы белә. Бәшмәк – ит, май, еләк-емеш, хатта дарыуҙы ла алмаштырған берҙән-бер тәбиғи аҙыҡ. Был фәнни раҫланған. Шулай ҙа бәшмәк йыйыуҙа тәжрибә етмәгән осраҡта,  аҙыҡ насар һөҙөмтәләргә лә килтереүе бар, ти Александра. Быйыл халыҡ баллы, майлы, ҡайын һәм аҡ көләпә бәшмәктәр йыйып һөйөнә. Быға температураның алмашыныуы һәм ҡойма ямғырҙар булышлыҡ итте, ти бәшмәкселәр.Башҡортостанда майлы бәшмәктең дүрт төрөн осратырға мөмкин, ти белгестәр. Әле беҙ ҡырҡып алған майлы бәшмәк ылыҫлы урманда үҫә… Ул үҙенең сағыу төҫө менән башҡаларҙан айырылып тора… икенсе төрлө уны йәйге бәшмәк, тип тә атайҙар.Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  бәшмәк ашарға яратҡан кешеләрҙең ғүмере оҙоная һәм төрлө ауырыуҙарға – диабетҡа, аллергияға, ревматизмға, яман шешкә лә ҡаршы тороу көсө арта. Шулай ҙа, уның иң хәүефле аҙыҡтарҙың береһе икәнлеген дә оноторға ярамай.Ә бына күптәр ағыулы,  тип уйлаған һәм тышҡы ҡиәфәте менән бер аҙ МУХОМОРҘЫ хәтерләткән САТЫРБӘШМӘК ашау өсөн яраҡлы икән. Уларҙы йәш көйөнсә генә йыйып алып өлгөрөү мөһим, сөнки  „ҡартайғас„ бәшмәктең был төрө ашарға яраҡһыҙға әүрелә.Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланыу -урманда юғалыусылар ҙа буласаҡ, тигән һүҙ. Был ваҡытта бер ҙә ҡыйынһынмай  ҡысҡырырға кәрәк.Бындай күңелһеҙ хәлгә тарымау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу, бер-нисә кәрәкле әйберҙәрҙе лә үҙең менән алып йөрөү яҡшы булыр, ти тәжрибәле бәшмәксе. Шулай уҡ эсәр һыу алырға, сағыу итеп кейенергә лә онотмағыҙ. Урманда таныш урындарҙа ғынан йөрөргә тырышығыҙ. Һеҙҙең сәфәрегеҙ тураһында яҡындарығыҙ мотлаҡ белергә тейеш. Әлбиттә ағыуланмаҫ өсөн белгән бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Юғиһә сәфәрҙең күңелһеҙ тамамланыуы бар.Быйыл бәшмәк менән ағыуланып дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ булһа ла, иркен тын алырға әле иртәрәк, ти табиптар. Сөнки бәшмәк йыйыуҙың иң ҡыҙған мәле башланып ҡына тора.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика