Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан 24 телеканалында «Башҡортостан» киностудияһы көнө ойошторолдо. Республика халҡы көн дауамында киностудия төшөргән фильм, йәнһүрәттәр ҡарай алды. Шулай уҡ Рәсәй медиаүҙәгендә киностудия ижадсылары ҡатнашлығында тура эфирҙа матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ҡыҙыл келәмле юл, тантаналы музыка. Әйтерһең, билдәле кинопрокат тантанаһы. Башҡортостан 24 каналы  тематик көндәр ойоштороуын дауам итә. Был юлы Телеүҙәк киностудия ижадсыларын үҙ бинаһында  йыйҙы. Радио һәм телевидение эфирҙары ҡунаҡтары киностудия  хеҙмәткәрҙәре һәм билдәле актерҙар. Башҡортостан 24 каналында киностудия көнө  иртәнге «Доброе утро, руспублика» һәм «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуҙары  менән башланып китте. Тура эфир студияһында Башҡортостан киностудияһы етәксеһе Юнир Әминев менән режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова Башҡорт киноһының үҫеш юлы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәккә маҡсаттары менән бүлеште. Телевидение һәм радио эфирҙарынан тыш, Рәсәй медиаүҙәгендә киностудия ижадсылары ҡатнашлығында тура эфирҙа матбуғат конференцияһы уҙҙы. Башҡорт киноһына битараф булмаған һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын киностудия хеҙмәткәрҙәренә һәм актерҙарға юллай алды. Режисерҙар ижади пландары менән уртаҡлашты, әҙерләнәсәк проекттары менән таныштырҙы. Башҡортостан киностудияһы хәҙер төрлө йүнәлештә эшләй, кинопрокат менән дә шөғөлләнә. Ошо даирәне киңәйтеү киностудия эшмәкәрлеге өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, тип белдерҙе киностудия етәксеһе Матбуғат конференцияһынан һуң ҡунаҡтарға телеүҙәк бинаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Тамашасылар иһә Башҡортостан 24 каналында  көн дауамында башҡорт киностудияһы фильмдарын һәм йәнһүрәттәрен ҡарай алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр йыл аҙағынаса дауам итәсәк.  Иң ҡыҙыҡлы эфирҙар, осрашыуҙар алда әле.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика