Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән тулыланды

Был аҙнала бөтә донъя ла Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө билдәләнә. Йыл һайын сентябрь айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙарылған был иҫтәлекле дата 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо байрам менән тәбрикләп,  республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров медицина учреждениеларының автопаркын тулыландырған өр-яңы тиҙ ярҙам машиналарының асҡыстарын тапшырҙы.Тапшырылған асҡыстар яңы машиналар символы ғына түгел, ә киләсәктә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу мөмкинлеге лә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының автомобилдәр паркы тағы ла 21 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы менән тулыланды. Был сараның бөтә донъяла билдәләнгән тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө алдынан уҙағарылыуы осраҡлы түгел. Медицина хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләп, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров яңы автомобилдәрҙең асҡыстарын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһынан һуң, Андрей Назаров һәм Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тиҙ ярҙам машиналары менән яҡындан танышты. Кислород запастары, яһалма тын алыу аппараты, электрогардиограф һәм башҡа заманса ҡорамалдар халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Ә тәгәрмәсле мобиль арба пациентты транспортировкалағанда күсереп һалмайынса, дауаханаға тиклем алып инеү мөмкинлеген бирә. Водителдәр ҙә ҡыуанысын йәшермәй. 20 йылда ниндәй генә автомобилдә йөрөмәнем, әммә быныһы иң оҡшағаны, ти тәжрибәле водитель Дмитрий Лапин.Тап ашығыс ярҙам станцияһындағы машиналар тиҙ туҙа. Сөнки водителдәр алмашынып торһа, автомобилдәр тәүлек әйләнәһенә юлда. Ғөмүмән алғанда, быйыл медицина учреждениеларының автопаркы уңайлы, яғыулыҡ яғынан да аҙ сығымлы 51  тиҙ ярҙам машинаһы менән тулыландырылған.Ә был транспорт Республика ашығыс ярҙам станцияһы, Өфөнөң 21-се дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡтың санитар автотранспортына тәғәйенләнгән.Тантаналы саранан заманса йыһазландырылған өр-яңы тиҙ ярҙам автомобилдәре республиканың медицина учреждениеларына юлланып, урындағы халыҡтың һаулығы һәм ғүмере һағында торасаҡ. Әйткәндәй, яңы ғына Башҡортостан санитар авиацияһы паркы ла яңы “Ансат” вертолеты менән тулыланды. Рәсәйҙә етештерелгән “Ансат” вертолеты медицина хеҙмәттәрен күрһәтеүгә тап килгән иң яҡшы һауа судноһы булып иҫәпләнә. Уны республикаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алғандар.  Транспортировкалау ярамаған һәм кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн әҙерләнгән вертолет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Әле Өфөлә медицина авиатранспорты өсөн өс вертолет майҙансығы бар. Яҡын киләсәктә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла махсус осоу-ултырыу майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған. Әлбиттә, кеше ғүмере тураһында һүҙ йөрөткәндә иң мөһиме – ваҡыт. Был йәһәттән, тиҙ ярҙам машинаһы һәм санавиация паркын яңартыу медицина ярҙамы күрһәтеүҙең тиҙлеген арттырыу һәм Башҡортостандың теләһәң ниндәй нөктәһенән пациенттарҙы баш ҡала үҙәктәренә тиҙ арала алып килеү мөмкинлеген бирә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика