Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

 Ул халыҡ менән аралашты, борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.  Баймаҡ районы Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр октябрь айында төҙөлә башлағайны. Ниһайәт, ауыл халҡы был объектты асыу тантанаһына шаһит булды. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эш тәртибе, бындағы шарттар  менән танышты. Фельдшер–акушерлыҡ пунктын төҙөү өсөн  өс миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә ҡорамалдар ҙа бар бында. Бынан алда кешеләр етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән медицина пунктына йөрөгән. Яңы заманса ҡоролмалар ҙа юҡ ине, ти халыҡ. Өҫтәүенә, медицина ярҙамы артынан күптәре ҡырҡ саҡрымдан ашыу юл үтеп, Баймаҡ ҡалаһына йөрөргә мәжбүр булған.Ярат ауылы халҡы республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа яңы медицина учреждениеһы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бынан тыш, юл һәм газ мәсьәләләрен хәл итеүен һораны. Республика башлығы был һорауҙарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмайбыҙ, тип белдерҙе.Тантанан һуң Республика башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Күсей ауылына юлланды. Күсей ауылы менән Әбйәлил районы Хәлил ауылын тоташтырыусы юлдың булмауы – урындағы халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙ береһе. Төпкөл ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әммә юл булмау сәбәпле әҙер продукцияны һатыуға сығарыу ҙур проблемалар тыуҙыра. Бынан тыш, халыҡты ауылда элемтә булмауы ла борсой. Оло йәштәгеләр балалары менән һөйләшеү өсөн тау осона күтәрелергә мәжбүр.Республика башлығы урындағы халыҡ менән сәғәт тирәһе аралашып, борсоған мәсьәләләрҙе тыңланы. Радий Хәбиров юл проблемаһын тиҙ арала хәл итергә вәғәҙәләне.  2021 йылдың яҙынан ике ауылды тоташтырған юл һалыныр, тип көтөлә. Әле уның проекты әҙерләнә башланы. Баймаҡ районы халҡының  күбеһе малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әлбиттә, был юҫыҡта ла күп һорауҙар бар.  Республика башлығы Баймаҡ районында фермер Фирҙәүес Хәлимов хужалығында ла булды.  Хужалыҡта бөтәһе 305 баш ат аҫрала, шуларҙан 174 бейә. Уларҙы тәрбиәләү, һауыу һәм һөт эшкәртеү урындары бар. Фермер Фирдәүес Хәлимов һүҙҙәренсә, хужалыҡ  2019 йылдың декабренән эшләп килә. Бында иттән тыш, көн һайын 3 мең ярым литр ҡымыҙ бешәләр. Йылҡы һәм һыйыр итенән төрлө ризыҡтар етештереү өсөн мал һуйыу цехын булдырыу – әле фермер хужалығының төп бурысы. Был продукция мотлаҡ  хәләл буласаҡ, тип белдерҙе ул. Бының өсөн 15 миллион һум инвестиция йәлеп итергә кәрәк. Радий Хәбиров фермер башланғысын хуплап, республикала техника, ҡорамалдар һатып алыуға субсидия бар тине.Ит эшкәртеүгә тәғәйенләнгән цехтар булдырыу һәм фермерҙар өсөн дәүләт субсидияларын бүлеү-Радий Хәбиров эш сәфәре барышында ауыл хужалығы министрлығына ошо талаптарҙы ҡуйҙы. Был һорауҙар “Ауыл сәғәте”ндә күтәрелде. Бынан тыш, хужалыҡтар малдар йөрөгән урындарҙы тәртипкә килтереүен һораны, сөнки ауыл халҡы һүҙҙәренсә, малдар йыш машина аҫтында ҡала.Баймаҡта 190 миллион һумға  3 мең 660 квадрат метрлыҡ ябыҡ боҙ һырғалағы төҙөләсәк. Киләсәктә хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек кеүек спорт төрҙәренә өҫтөнлөк биреләсәк. Радий Хәбиров проектты хуплап, ябыҡ боҙ һырғалағын төҙөү эштәрен башларға ҡушты.Районда мәктәп уҡыусыларын һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу буйынса эштәр әүҙем бара. Әле бында 159 спорт объекты иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа йәш спортсылар Рәсәй, республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, 127 беренсе һәм 271 призлы урындар яулаған.Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан  4-се лицейға барып, учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары менән аралашты.  Лицейҙа 970-н ашыу уҡыусы белем ала, 51 уҡытыусы иҫәпләнә.Бында “Взлетай” проекты ярҙамында булдырылған “Сәләмәт йылмайыу” стоматологияһы эшләп килә. Мәктәп уҡыусылары һәм үҙенсәлекле балаларҙың тештәрен тикшереү өсөн махсус план әҙерләнгән.Лицейҙа шулай үҙенсәлекле балалар өсөн түңәрәктәр эшләй. Улар уҡытыусылары менән төрлө ҡул эштәрен башҡара, белемен камиллаштыра.Радий Хәбиров Баймаҡта шулай уҡ Юбилей урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорт ихаталарын ҡараны. Бында “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында биләмә төҙөкләнедерелә. Машина юлын һәм тротуарҙа яңы асфальт һалынған, балалар майҙансығында резина юл түшәлгән. Ихаталағы бөтә эш алты миллион һумға барып баҫа. Республика башлығы шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында Еңеү паркында ла булды. 2019 йылда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы буйынса парк йәшелләндерелгән, йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, ҡойма төҙөкләндерелгән, архитектура объекттары, яҡтыртыу системалары эшләнелгән.Республика башлығы Темәс ауылында ла халыҡ менән осрашты. Радий Хәбиров 2021-2022 йылдарға яңы күпер проектын әҙерләргә ҡушты. Был күперҙә 2018 йылда ремонт эшләнгән булған. Ул Темәс ауылын Әбйәлил һәм Бөрйән райондарын тоташтыра. Бында ремонт булмаған саҡта халыҡ аҫта торған юлдан үтергә мәжбүр ине.Республика башлығы Темәс ауылында тиҙҙән төҙөләсәк бассейн менән бергә физкультура-һауыҡтырыу комплексын да ҡараны. 3,4 мең квадрат метрҙы биләгән комплексҡа  260 миллион һум бүленәсәк.   Темәс ауылы халҡын газ мәсьәләһе лә борсой. Радий Хәбиров проект әҙерләп,  2021 йылда был һорау буйынса эш башларға ҡушты. Ул шулай уҡ ат спорты компексының проектын хупланы. Әйткәндәй, был проекТты халыҡ үҙе тәҡдим иткән. Ниндәй ҙә булһа социаль объект төҙөү өсөн халыҡтың фекерен ишетеү иң мөһиме, тип тамамланы үҙенең эш сәфәрен Радий Хәбиров.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика