Люксметр, рейка, ретрорефлектометр

Был терминдарҙы лаборатория хеҙмәткәренән түгел, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарынан һирәк ишетерһең. Әммә ул күренеш бик тиҙҙән ғәҙәтигә әйләнәсәк. Киләһе репортаж республика инспекторҙарының заманса ҡоролмалары тураһында.Йыл башынан алып, 8 ай эсендә республикалағы  бөтә юл фажиғәләренең 1246-һы юлдарҙың төҙөк булмауы, юл билдәләре һәм тамғаларының етешһеҙлектәре арҡаһында килеп сығыуы билдәле. Әгәр ҙә сағыштырып ҡарағанда, һәр икенсе авария тиерлек ошо сәбәптәр менән бәйле.Кәлейәнән сығып осҡан автомобилдәр, соҡорға эләккән тәгәрмәс арҡаһында транспорт менән идара итеүҙе  юғалтҡан водителдәр һәм башҡа аяныслы хәлдәрҙе һүрәтләгән видеояҙмаларға көн дә шаһит булырға тура килә. Сафтан сыҡҡан милек, кеше ғүмере һәм битарафлыҡ. Кемдә ғәйеп: водителдәме, юл төҙөклөгөн иңенә алған хужаламы? Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дүләт инспекцияһының  юл төҙөклөгөн күҙәтеүсе хеҙмәткәрҙәренә хәҙер  ғәйеплене яуаплылыҡҡа тарттырыу еңелерәк. Сертификат менән нығытылған махсус рейка ярҙамында алынған үлсәмдәр суд өсөн шикһеҙ дәлил.Кәлейәләрҙең норманан ашҡан тәрәнлеге лә протоколға индереләсәк, ә юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы ойошманы штраф һәм юлды мәжбүри тигеҙләү көтә. Тағы ла бер яңы ҡоролма ярҙамында билдәләрҙең яҡтылыҡты ҡайтарыу үҙенсәлеген дә  тикшерә ала хәҙер инспекторҙар.   Бындай рефлектометр әлегә республикала берәү генә. Ул милли проект сиктәрендә алынған ҡоролмаларҙың иң ҡыйбатлыһы.400 приборҙың береһе – төтөн кимәлен үлсәгес. Ул автобустарҙың һәм йөк машиналарының техник хәлен асыҡларға ярҙам итә. Транспорт төрөнә ҡарап нормативтар төрлөсә. Ә һауа быстратыусыларға яза бер – штраф.Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Водителдең тәжрибәһе лә, руль да ныҡлы булырға тейеш. Һуңғыһын люфтомер асыҡлай.Ил президентының  май указы ла, төбәк етксеһенең оператив кәңәшмәләрҙәге сығыштары ла юл фажиғәләрен, үлем осраҡтарын кәметеүгә өндәүҙән ғибәрәт. Водителдәрҙең иғтибарлылылығы, юл төҙөклөгөн күҙәтеүселәрҙең яуаплылығы, ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарының техник яҡтан йыһазландырылыуы был маҡсаттарға ирешергә ярҙам итер.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика