Башҡортостан 24 каналында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө

Был юлы артистар үҙҙәре генә телеүҙәккә килеп теле һәм радио-тапшырыуҙарҙа ҡатнашып ҡалманы, беҙҙең ижади төркөм дә театрға барып, телевизор ҡараусыларҙы уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Сәхнә артын күҙәтеүҙән башланып китте Башҡортостан 24 каналында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө. Был юлы “Доброе утро, республика” программаһының ижади төркөмө үҙҙәре мәҙәни усаҡҡа барып, телевизор ҡараусылар өсөн экскурсия үткәрҙе. Тегеү цехы, костюмдар, баш кейемдәре, декорациялар, цехы, репетициялар мәле һәм етәкселәр менән әңгәмә – быларҙың барыһын да Башҡортостан 24 каналында иртәнге сәғәт етелә эфирға сыҡҡан “Доброе утро, республика” программаһында күрергә мөмкин ине. Ә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуына ҡунаҡта мәҙәни усаҡтың иң сағыу солистары саҡырылды — Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла танылыу яулаған опера йырсыһы Дилярә Иҙрисова һәм күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алған Артур Ҡәйепҡолов.Ҡунаҡтар үҙ аллы изоляцияны нисек үткәреүҙәре, яңы театраль миҙгелгә әҙерлек тураһында һөйләне. Телеүҙәк фойеһы ла моңға сорналып, классик музыка яңғырап торҙо.Скрипкасылар квартеты Рәсәй медиүҙәгендә уҙғарылған матбуғат конференцияһына килеүселәрҙе ҡаршы алды. Журналистар менән әңгәмәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алтын составы саҡырылғайны. Театр ҡәҙимге эшмәкәрлегенә ҡайтырға әҙерләнә. Яңы миҙгел 15 сентябрҙә балет артистарының гала-концертынан башланып китәсәк. Ә 17-се һәм 18-се сентябрҙә иһә тамашасыларҙы опера концерттары көтә. Әйткәндәй, тамаша залында ла үҙгәрештәр ҙә буласаҡ. Театрға килеүселәрҙе шахмат тәртибендә ултыртасаҡтар. Был социаль дистанцияны һаҡлау өсөн эшләнә. Ә ғаилә ағзаларына һәм парҙарға бергә ултырырға рөхсәт ителә. Ярты йыл эсендә тамашасыларҙы һағынып өлгөргән артистар сәхнәгә сығырға атлығып тора. Сит илгә гастролдәр ҙә тергеҙеләсәк.Шулай уҡ, тағы ла бер яңылыҡ: бөтә донъяға билдәле опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов Өфө сәхнәһендә Дон Кихотты ҡуясаҡ. Сәнғәттең иң юғары өлгөһө булған балет һәм опера һәр ваҡытта ла үҙ тамашасыһы буласаҡ. Башҡортостан 24 каналында артабан да башҡорт артистарының сағыу сығыштары, милли репертаур менән танышышыу мөмкинлеге бар. Ә әлегә иһә театрҙың ижади труппаһы Мәскәүгә Геликон-опера сәхнәһендә буласаҡ Дон Жуан спектакленә әҙерләнә. Февралдә Өфө артистарын Көньяҡ Кореяла көтәләр.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика