Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иһә бөгөнгә бар һынауҙарҙы үткән, әҙерлек паспорттары тултырылған. Балалар учреждениеларын йылыта башлау коллективтарҙа йоғошло сир таралыуын иҫкәртә. Коронавирусҡа бәйле хәл ғәҙәттә көҙөн аҙған башҡа сирҙәрҙән һаҡланыуҙы талап итә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәктә грипҡа ҡаршы прививка 277 меңгә яҡын кешегә яһалған. Быйыл Башҡортостанда 2 миллион кешегә прививка яһау көтөлә. Өлкәндәргә вакцинаның 516 мең миҡдары һалынған, сиратта балалар өсөн тәғәйен вакцина партияһы көтөлә. Радий Хәбиров республикаға Ковид19-ға ҡаршы вакцина һатып алыу менән ҡыҙыҡһына.Донъяның байтаҡ дәүләттәрендә пандемияның икенсе тулҡыны башланыу сәбәпле буш өмөттәргә бирелмәй һаҡланыу сараларын хәстәрләү мөһим. Бөгөнгә республиканың 14 төбәгендәге 41 мәктәптең 853 уҡыусыһы карантин шартында. Карантинға оҙатылғандар араһында балалар баҡсалары төркөмдәре лә бар. 67 уҡыусы һәм уҡытыусыла коронавирус инфекцияһы раҫланған. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 3 мәктәп дистанцион белем биреүгә күскән. Урта-махсус белем биреү йорттарында иһә бөгөнгә йоғошло сир осраҡтары юҡ.  Быныһы — республикала 13 сентябрҙә үткән берҙәм тауыш биреү көнө тураһында. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко: “Һайлау юғары кимәлдә үтте”, — тип белдерә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау ҙа, урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутат һайлау һөҙөмтәләре буйынса ла һайлаусыларҙың күпселек тауышын “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзалары алған.  “Бөрө ваҡыты”, “Сылтыр шишмәләр паркы” һәм Ленин майҙаны. Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембайҙа урынлашҡан был төҙөкләндереү проекттарын быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Хакимиәт башлыҡтары оператив кәңәшмәлә уңайлы ҡала мөхите проекттарында еңеүсе дәрәжәһенә өлгәшкән проекттарҙың әҙерлеге тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Заманса ял майҙандарын асыу тантаналары киң ойоштороласаҡ. Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй конкурсында быйыл еңгән 8 муниципалитетта проектлау эштәрен хәҙерҙән үк башларға тәҡдим итә. Ә Өфөләге Ағиҙел яр буйы майҙанын үҫтереү менән махсус эш төркөмө шөғөлләнәсәк. Уны республика башлығы үҙе етәкләргә ҡарар итә. Оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәт һөҙөмтәләре лә барланды. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, баҫыуҙарҙың 91 процентында ураҡ тамамланған. Башҡортостан аграрийҙары быйыл 3 миллион 700 мең тонна ашлыҡ әҙерләгән.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика