Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, «Ватандаш» әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар. Уны 2019 йылда донъя күргән «Көҙгө алмалар» йыйынтығы  өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тәҡдим итте. “Көҙгө алмалар”  китабына әҙибәнең Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Аманат” исемле поэмаһы, шиғырҙар, “Минең ғаиләм” исемле поэма һәм“Зөһрәкәй”,  Вазифа, “Ҡайтыу” хикәйәләре ингән.  Тәнзилә Дәүләтбирҙина – илһөйәр, телһөйәр шағирә. Уның әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге бурысҡа ла иғтибар мул бүленә. Тормошто һөйгән әҙибә  яҡты әҫәрҙәре менән күңелде байыта. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә патриотик шиғырҙарының роле ҙур. Ә хикәйәләрендә тормош ҡиммәттәре – намыҫ, ғаилә, ата-әсәгә ихтирам, мөхәббәт, гражданлыҡ тойғолары ярылып ята. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы  – талантлы шағирә лә, драматург та, яҙыусы ла, тәржемәсе лә. Ул ижад иткән әҫәрҙәр Төрки халыҡтары әҙәбиәтен дә байыта . Үткән йыл Төркиәлә Ҡайғысуз Абдал исемендәге Халыҡ-ара әҙәби конкурс лауреаты булды. М. Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында Башҡортостан буйынса лауреат исемен алды. Шиғырҙары татар, сыуаш, балҡар, яҡут һ.б. телдәрҙә донъя күргән. Төрөк телендәге журналдар уларҙы әленән әле баҫтырып тора.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика