Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар ултырышына әҙерлек иң юғары кимәлдә. Уның сәбәбе лә бар. Пандемия шарттарында сәләмәтлекте тәьмин итеү беренсе урынға сығарыла. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органы вәкилдәре араһында коронавирус менән сирләүселәр табылған. Тап шуға, депутаттар бер түгел, ә өс залда эшләй. Марттан бирле беренсегә уҙғарылған оффлайн кәңәшмәнең, кире онлайн шарттарға күсеүе лә ихтимал. Көҙгө сессиялағы беренсе кәңәшмәнең көн тәртибенә хоҡуҡи акттар һәм Башҡортостан хөкүмәтенә Премьер-Министр тәғәйенләү сығарылған. Республиканың Министрҙар кабинетында был вазифа әле вакантлы ине. Бер-нисә йыл буйы ошо вазифаны төбәк башлыҡтары үҙҙәре үтәп килде. Ә бына яңы Премьер-министрҙың кандидатураһын Радий Хәбиров тәҡдим итте. Парламентта эшләгән 110 депутаттың тиҫтәнән ашыуы пленар ултырышта ҡатнашмаһа ла, кворум бар. Фракциялар  яңы премьер-министр итеп Андрей Назаровты тәғәйенләүгә үҙ ризалығын бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы рәйесе эш маҡсаттарын да билдәләй. Ул туризмды үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, инвестиция потенциалын нығытыу, эш хаҡы күләмен арттырыу, социаль сәйәсәтте камиллаштырыу. Тиҫтәләгән позиция буйынса Башҡортостан бөгөн илдә беренселәр рәтенә инергә бурыслы. Андрей Назаров Башҡортостандың алтынсы премьер-министры.  Хөкүмәт рәйесе республика федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш, тигән фекерҙә. Ә бына шәхсән ниәттәргә  килгәндә, Андрей Геннадьевич башҡорт телен өйрәнәсәген әйтте. Премьер-министр үҙ теленең башҡорт һүҙе менән асылғанын йәшермәй. Шулай итеп, апндемия мәлендә карантинда булған парламент,  ниһәйәт, ғәҙәти эш  режимына күсә. Көҙгө сессияла ҡабул ителгән тәүге  документтар ҙа сәләмәтлеккә бәйле. Башҡортостанда, мәҫәлән, балаларға эсендә газ булған ҡоролмалар бөтөнләй һатылмаясаҡ. Республикала яңы закон көсөнә инә. Ул күп ҡатлы йорттарҙағы “тынлыҡ ваҡыты”. Бынан ары, айырым ваҡыттарҙа фатирҙарҙа ремонт эшләү ваҡыты сикләнә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана

Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә...

20 октября 2020
Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Яндекс.Метрика