Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала башҡорт һәм рус труппаһы эшләгән берҙән бер театр. Унда ҡуйылған әҫәрҙәр бөтә ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән. Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем «спектакленең премьераһы  июнь аҙағында уҡ булырға тейеш ине. Ниһәйәт, ул 17 сентябрь тамашасы хөкүменә сығарылды. Театр быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ә бына кейем тегеү цехы ана шул өс тиҫтә йыл буйы туҡтамай эшләгән цехтарҙың береһе. Режиссерҙар, рәссамдарҙың башында тыуған ижади образдарҙы, һәр актерҙың костюмын һәм сәхнә кейемен тап ошо цехта эшләүсе оҫталар тормошҡа ашыра.  Иртә таңдан йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы бинаһы алдында тамашасыларҙы сәләмләп йыр бүләк итте. Ә артабан «Хәйерле иртә, республика!»тапшырыуы ҡунаҡтары Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған  актриса Гөлбина Сафуанова быйылғы ижад миҙгелендә башҡарасаҡ ролдәре хаҡында һөйләне. Быйыл бер нисә премьера сығарыу ҡаралған. Шулаҙың тағы береһе ул Мостай Кәримдең әҫәренә нигеҙләнеп яҙылған «Аҡ мөғжизә» әҫәре. Ҡуйыусыһы , ҡалмыҡ режиссеры Борис Манджиев   башҡорт театрҙары менән 90 йылдарҙан бирле хеҙмәттәшлек итә. Мостай әҫәрҙәрен тулҡынланып ҡуям тей ул. 14-15 октябрь спектаклдең премьераһы буласаҡ. Ниһәйәт актерҙар оҙайлы карантиндан һуң тамашасыһы менән күҙгә күҙ ҡарап осраша. Театрҙа тамашасыларҙы шахмат тәртибендә ултыртасаҡтар. Шулай уҡ битлек кейеү ҙә мотлаҡ талап. Шулай уҡ октябрь айында тамашасы хөкүменә Мостай Кәримдең тағы бер әҫәре -«Үлмәҫбайы» сығасаҡ. Барыһы хаҡында ла театр әһелдәре «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләне.  Бәләкәй залда Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Синяя-синяя река» әҫәренең премьераһы ла көтөлә. Бәләкәй залдағы тамаша актер һәм тамашасы араһында айырым бер кисерештәр уята, тей режиссер Мөсәлим Күлбаев. «Маяҡ»һәм «Рәсәй радиоһы» аша тамашасы режиссерҙың яңы миҙгелгә уй-кисерештәре менән танышты. Ә «Башҡортостан 24» телеканалында милли йәштәр театры көнө «Йәләләетдин атай» спектакленең яҙмаһы менән тамамланды.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана

Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә...

20 октября 2020
Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Яндекс.Метрика