Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт эсендә алып килеп процедура бүлмәһе хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Вакцина ҡабул итергә теләк белдергән пациенттар тәү сиратта табип белешмәһен үтә, тән температураһы үлсәнә, ризалыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Республика инфекцион клиникаһы табип-лаборанты Ләйсән Ҡунафина КОВИД19-ға ҡаршы вакцина алған тәүге пациенттар исемлегендә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өсөнсө йыл эшләй. Сәләмәтлек тураһында хәстәрлекте яуаплы мәл тип иҫәпләй табип. Пациенттар ғына түгел яңы вакцинаны ҡулланған медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә беренсе булыу — яуаплы һәм тулҡынлдандырғыс мәл. Прививканың һаҡлау талаптары теүәл үтәлергә, һалыу ваҡыты иһә ярты сәғәт эсендә тамамланырға тейеш. Вакцина ике өлөштән тора. Тимәк уны яһау ваҡыты ике арауыҡҡа бүленгән. Һәр ҡайһы миҡдарҙың организмға хас тәьҫире бар. Нәфисә Кинйәбаева  Бөгөн вакцинаның беренсе миҡдарын алған пациенттар өс аҙна үткәс уның икенсе миҡдарын алырға ошо уҡ поликлиникаға саҡырыла. Вакцина һалынғас тәүге ярты сәғәтте пациенттар поликлиникала табип күҙәтеүендә ҡала, артабан 4 көн дауамында үҙ хәлен үҙ-аллы күҙәтә. Вакцинаны яһатыу шәхси теләк буйынса башҡарыла. Күмәк вакцинация тураһында махсус ҡарар өсөн айырым шарттар бар.Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса республикаға әлегә КОВИД19-ға ҡаршы вакцинаның 4 тиҫтәгә яҡын миҡдарҙа пилот партияһы ғына ҡайтарылған. Улар тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән уҡытыусыларға яһала.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана

Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә...

20 октября 2020
Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Яндекс.Метрика