Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

1230 инфекция усағы. Был Францияла коронавирус таралған нөктәләр һаны. 238 осраҡ ҡарттар йорттарында теркәлгән. Табиптар дауаханаларҙа реанимация бүлектәрендә көсөргәнешлектең арта барыуын дәлилләй. Улар план буйынса көтөлгән операцияларҙың биштән бер өлөшөн кисектерергә мәжбүр. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәү сиратта сирҙе тышҡы билдәһеҙ үткәргән кешеләр борсоуға һала, ундайҙар араһында 40 йәшкә етмәгәндәр һаны арта.

Әрмәнстан хәрби хәл иғлан итеп 18 йәштән өлкән ир-егеттәрҙе мобилизациялауға саҡырҙы.  Әзербайжан менән сиктәш биләмәләрҙәге эскалация сәбәпле Йәкшәмбе иртән властар Таулы Ҡарабах ауыл-ҡасабалары менән башҡала Степанакерттың бомбаға тотолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Баҡы иһә армия яғынан бәрелеш һыҙатында әрмән яғынан хәрәкәткә яуап  ҡайтарыла, сиктәр күҙәтеүгә алына, тип белдергән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Мәскәү сиктәш дәүләттәрҙе тыйнаҡлыҡҡа саҡыра.

Британиялағы бер  ресторан ҡунаҡтарын роботтар хеҙмәтләндерә. Коронавирус хәүефен кәметеү маҡсатында хужалар битлек кейеү, дистанция үтәү кеүек сикләүҙәрҙән ижади һәм технологик әмәл уйлап тапҡан. Robotazia рестораны быйыл августа асылған. Роботтар бында үҙҙәре генә эшләмәй, уларға 10 официант кеше ярҙам итә. Ашхана хужаһы киләсәктә тағы ла бер, был юлы тулыһынса роботлашҡан нөктә асырға ниәтләй.

Рәсәйҙә ут бөрккөс дрон уйлап табылды. Был хаҡта аппаратты уйлап сығарған «Ростех — Ышаныс платформалары — Робототехника комплексы» компанияһы етәксеһе урынбаҫары Максим Скоков хәбәр итә. Пилотһыҙ осоусы ҡоролма Рәсәйҙең радиация, химия һәм биологик һаҡ ғәскәрҙәре мәнфәғәте өсөн сығарыла.  Тәжрибә конструктор эше һынауҙарҙы уңышлы үткән. «Армия-2020» форумында танытылған “Импульс” ҡоролмаһы пилотһыҙ аппааттарҙың бер нисә төрөн осора ала. 

Рәсәй атом тармағын үҫтерер һәм геосәйәси һәм технологик ҡаршы сығыуҙарға торорҙай мөмкинлектәрен артабан да нығытасаҡ. Был хаҡта ил президенты Владимир Путин атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан белдерҙе. Ҡотлау хатында ил етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика