“Театр төнө” быйыл онлайн һәм офлайн форматтарҙа уҙҙы

 Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына бағышланған мәғәҙни сара ла уҙҙы.

Китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәрова бер-нисә йыл инде арҙаҡлы шәхестәр тураһында төрлө сығанаҡтарҙан ҡыҙыҡлы материалдар туплай. “Театр төнө” акцияһында ҡатнашыусылар махсус әҙерләнгән күргәҙмәлә гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләр, китаптар һәм фотоальбом менән танышты. Бик итәғәтле, тәрән фекерле, асыҡ йөҙлө, изге күңелле кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, унан ниндәйҙер яҡтылыҡ, нур бөркөлөп тора ине, тип йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала Рафаэль Ғирфан улын уның туғаны, ауылдағы мәсеттең имам-хатибы Таһир Сәлихов.

Рафаэль Ғирфан улы Сәлиховтар нәҫелендәге тәүге артист, уларҙың тоҡомо, мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән. Атаһы улын уҡытыусы итеп күрергә теләһә лә, уның сәхнә тураһындағы хыялына ҡаршы килмәгән. “Төпсөк малай булып тыуғанғамы, әллә үҙ һүҙле булғанғамы маҡсаттарыма ирешә инем, бала сағым ауыр һуғыш йылдарына, аслыҡҡа тура килһә лә, атайҙан барлы-юҡлы картуфтарын бирҙереп, гармун алдырттым,” — тип хәтирәләре менән бүлешкән ине Рафаэль Сәлихов үҙенең 75 йәшлек юбилейына арналған кисәлә. Рафаэль Ғирфан улы Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә.

Коллектив 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелеп, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына нигеҙ һала. Салауат театры – минең ғүмерлек мөхәббәтем, ти Рафаэль Сәлихов һәм бар ғүмерен тиерлек уға бағышлай. Рим Әминев та Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ветераны. Шулай итеп, ижадташ дуҫтарҙы бер ауыл ғына түгел, бер ижади йорт, бер сәхнә берләштерә. Бәлки шуғалыр ҙа ауыл халҡы концерттарға ҡарағанда театр тамашаларын нығыраҡ үҙ итә, ти ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат,  «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир, “Ырғыҙ”ҙағы Айбулат һәм башҡа әллә күпме сағыу образдары менән тамашасы һөйөүен яулай Рафаэль Сәлихов. Моңло тауышлы, һомғол буйлы актер башлыса төп ролдәрҙе башҡара.Ул башҡарған йырҙар, ул уйнаған ролдәр – халыҡ хәтерендә ҡабатланмаҫ рухи мираҫ булып һаҡлана.

Тыуған театрына, тыуған ауылына тоғро артист, һуңғы төйәген дә Иҫке Мусала тапҡан. Абруйлы шәхестәрҙең тыуған ауылы йылдан-йыл ҙурая. Яңы йорттар, урамдар барлыҡҡа килә. Йәштәр ауылға ҡайтып ғаилә ҡора, йорттар һала. Оло хөрмәт йөҙөнән яҡташтары ошонда барлыҡҡа киләсәк урамға Рафаэль Сәлихов исемен биргән. Яҡын киләсәктә бында халыҡ артисының йорт музейын да төҙөргә планлаштыралар.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика