Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һиндостандың иң ҡиммәтле ҡомартҡыһы Тадж-Махал ярты йыллыҡ тәнәфестән һуң ҡунаҡтар өсөн ишектәрен аса. Танылған мөхәббәт һәйкәле яңы ҡағиҙә буйынса тәүлегенә 5 меңдән артыҡ кешене ҡабул итмәй. Биләмәгә үтергә теләгән һәр кем термик тикшереү үтергә, мотлаҡ битлек кейергә тейеш. Хөкүмәт илдә иҡтисад тармаҡтарын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иткәс тә туризм индустрияһы башҡа тарихи урындар менән бер рәттән күп айлыҡ юғалтыуҙар кисергән Тадж-Махалды ла асыуҙы талап иткән.

Бразилияла урман янғындары сәбәпле  федераль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Әлегә тиклем Мату-Гросу-ду-Сул штатында ғына дөрләгән янғын илдең башҡа төбәктәрен дә ялмай. Пара штатында янғын һүндереүселәр етешмәй. Шотландия майҙанына тиң Триунфу-ду-Шингу милли паркында, мәҫәлән, янғын һүндереүселәрҙең бары биш кешенән торған командаһы эшләй.

Үткән аҙнала Мадридта пандемияның беренсе тулҡыны ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үтте. Короллектә уларҙың һаны 31 меңдән ашыу. Испания әле булһа Европа Берләшмәһе дәүләттәре араһында КОВИД19 таралыу күрһәткесе буйынса алдынғы урында ҡала.  Мадридтың көньяҡ өлөшө һаман карантин шартында. Урындағы халыҡ ошо уңайҙан ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, изоляция саралары сир таралыуын иҫкәртә алмай, сөнки кешеләр эш урындарына йәмәғәт транспортында барырға мәжбүр. Испания властары пандемия сәбәпле башҡаланы сикләргә тәҡдим итә, әммә Мадридта йәшәгән кешеләр тотош карантин иғлан итеүгә ҡаршы сыҡҡан. Ҡаршылыҡ акцияһында йәштәр генә түгел өлкән йәштәгеләр ҙә ҡатнаша. 

Грецияла иһә карантин сикләүҙәренә ҡаршы артистар сығыш яһай. Ижади хеҙмәткәрҙәр Афинала хеҙмәт министрлығы бинаһы ҡаршыһында йыйылған. Демонстранттар фекеренсә сәнғәт өлкәһендәге сикләүҙәр уларҙы килемһеҙ ҡалдыра. Карантин саралары Греция башҡалаһында йәйге ялдан һуң сир йоҡторғандар һанының киҫкен артыуы сәбәпле индерелгәйне. Афинала көнөнә 300 кешелә сир осрағы теркәлә, реанимацияға эләккәндәр һәм һәләк булғандар һаны ла арта.  21 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Афинала ресторан һәм ашханалар ябыҡ, ҡалала бар концерт, спектакль, кинокүрһәтеүҙәр тыйылған. Германия етәкселеге лә граждандарҙы санитар ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәргә өндәй. Пауль Эрих исемендәге вакцина һәм биомедицина дарыуҙарын әҙерләү институты етәксеһе дәүләттә коронавирусҡа ҡаршы тәүге вакцинаның теркәлеүе 2020 йылдың аҙағы — 2021 йылдың башында көтөлә, тип белдергән.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө  ҡала хакимиәте  ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк...

29 октября 2020
Смотреть видео Имеш-мимештәргә нөктә | ГТРК «Башкортостан»

Имеш-мимештәргә нөктә

Һуңғы арала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға бәйле күп кенә имеш-мимештәр йөрөй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уларға нөктә ҡуйып башҡала мэрының һаулығы тураһында һөйләне.

29 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән.  Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана.  Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк...

29 октября 2020
Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

28 октября 2020
Яндекс.Метрика