Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар 1988 йылдан бирле бара, автономиялы өлкә Әзербайджандан айырылыуы хаҡында иғлан итә, 90-сы йылдарҙа бихисап бәрелештәр була, әммә уртаҡ фекергә килә алмайҙар. Үткән аҙнала был төбәктә хәл ҡатмарлашты, яҡтар Әзербайджан һәм Әрмәнстан бер-береһен хәрби хәрәкәт башлауҙа ғәйепләп яу асты.
  • Американың Огайо штатында Президентлыҡҡа кандидаттар Дональд Трамп һәм Джо Байден араһында тәүге дебат ойошторолдо. Әммә эксперттар был сараны дебат түгел, ә шоу тип атарға кәрәк тигән фекерҙә. Сөнки оппоненттар бирелгән темалар буйынса дискуссия урынына бер-береһен кәмһетеүҙән, һүҙ бирмәйенсә бүлдереүҙән бушаманы, объективлыҡҡа был һөйләшеүҙә урын булмаған. Һайлау алдынан уғҙарылған беренсе дебат Америка йәмғиәтендәге тарҡаулыҡты ғына дәлилләне, ти эксперттар.
  • Владимир Путин 2022 йылдан эшкәртелмәгән ағасты сит илгә сығарыуҙы тыйырға ҡушты. Был турала ил Президенты Урман комплексын үҫтереү һәм тармаҡта криминалды бөтөрөү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Киләһе йылдан Рәсәйҙә ағасты йығыуҙан алып әҙер продукция эшләүгә тиклемге сылбырҙы күҙәтеүсе система эшләй башларға тейеш. Владимир Путин ағасты эшкәртмәйенсә, йә исем өсөн эшкәртеп ситкә сығарыуға кәртә ҡуйырға саҡырҙы. “Был хаҡта беҙ күп әйтәбеҙ, шуға ла заманса, цифралы технологияларҙы ҡулланырға, урман комплексының федераль мәғлүмәт системаһын булдырырға ваҡыт”- тине Президент. Яңы система 1 ғинуарҙан пилот рәүештә, ә 1 июлдән бөтә төбәктәрҙә эшләй башларға тейеш.
  • Бөгөндән Рәсәйҙә яңы закондар үҙ көсөнә инә. Улар балалы ғаиләләргә түләүҙәр, пенсиялар һәм социаль пособиеларға, иғәнәлрҙе страховкалауға ҡағыла. Мәҫәлән, хәҙер социаль пособиелар һәм оҡшаш түләүҙәр тик “Мир” карталарына ғына күсерелә. Иғәнәләрҙең страховкалау өлөшөн ҡайтарыу ҙа бөгөндән 10 миллион һумға тиклем етә. Кесаҙнанан башлап пандемия осоронда ғәмәлдә булған ҡайһы бер түләүҙәр бөтөрөлә. Мәҫәлән, карантин осоронда эшһеҙ ҡалған шәхси эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән 12 мең һумлыҡ пособие башҡаса түләнмәй.
Подпишитесь на наш Telegram-канал