Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында донъя күргән «Хаят-Исмаил» дуэты башҡарыуындағы был йыр башҡорт эстрадаһына бихисап бәхәстәр менән килеп инде.  Асылда ул бәхәстәр элек-электән  бара һәм башҡорт теленең күп диалектлы булыуы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ошо турала, ғөмүмән, башҡорттарҙың Рәсәйҙә йәшәгән башҡа төрки халыҡтарынан айырмаһы тураһында ғалимдар Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында фекер алышты.Беҙ кем? Өс меңенсе быуатҡа аяҡ баҫырға торған бихисап төрки халыҡтары өсөн был мөһим һорауҙарҙың берһе. Йылдам ассимиляция барған ваҡытта нисек милли үҙаңды һаҡлап алып ҡалырға? Тамырҙарҙы ҡайҙа эҙләргә? Бәхәстәргә аныҡ яуаптар бармы? Рәсәй тарихсыһы, этнограф Әхмәт Ярлыҡапов фекеренсә яуаптар тикшеренеү эштәре аша табыласаҡ.Конференцияла Рәсәй төбәктәре һәм яҡын сит ил төркиәтселәре лә  ҡатнашты. Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире Булат Аҙнабаев сығышында 19-сы быуатта Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтарҙың  милли үҙаңын билдәләү өсөн уларҙың тел үҙенсәлектәренә, диненә, архив документтарына ғына таяныу дөрөҫ түгел, тине. Хатта шәжәрәләр ҙә бер үк тамырға барып тоташа. Ә бына легенда һәм риүәйәттәр, географик этимология аша бәхәстәрҙе туҡтатып була, тине ул. Рәсәй фәндәр академияһының тел ғилемен өйрәнеү институты хеҙмәткәре, профессор Юлия Норманская, тел диалекттарын ЛингвоДок платформаһы аша анализлап, был йә теге биләмәлә ниндәй милләт вәкилдәре йәшәүен асыҡлап булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Юлия Норманская Ҡазан татарҙары һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләшен тикшергән һәм улар араһында ҙур айырма барлығын күргән. Башҡорт теле диалекты уникаль күренеш, тей ул. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан телселәр, тарихсылар, философтар, социологтар,  фольклорсылар һәм этнографтар төрки халыҡтарының милли-мәҙәни бәйләнештәрен дә тикшерҙе. Конференция аҙағында башҡорттар, Себер һәм Ҡазан татарҙары, ноғайҙар, хакас, сыуаш, ҡаҙаҡ, алтайҙар, ҡырғыҙҙар һәм башҡа төрки халыҡтарының һәр береһенә милли һәм дини үҙаңын үҙ аллы билдәләү хоҡуғына, тарихын, телен, мәҙәниәтен өйрәнеү ынтылышына  ҡамасауламаҫҡа , тигән ҡарар ҡабул ителде.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Әбейҙәр сыуағы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.  Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ...

15 октября 2020
Смотреть видео “Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында | ГТРК «Башкортостан»

“Беренсе Республика”-төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһында

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә. Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Төркиәлә уҙғарыла....

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нигерия балалары уҡырға бара. Ярты йыл буйына өйҙә белем алырға мәжбүр булған Нигерия уҡыусылары өсөн, ниһайәт, мәктәп ишектәре асылды. Ҡәтғи талап – санитар   ҡағиҙәләрҙе үтәргә.  Социаль арауыҡты һаҡлау өсөн класстағы балалар ике төркөмгә бүленгән. Һәр бала битлек кейеп йөрөргә...

15 октября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.  | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр...

15 октября 2020
Смотреть видео Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Төбәктәргә 8 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса...

15 октября 2020
Смотреть видео “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан...

15 октября 2020
Смотреть видео Ваҡытында тәүбәгә килеү | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытында тәүбәгә килеү

 Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр...

14 октября 2020
Смотреть видео Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды | ГТРК «Башкортостан»

Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  9 октябрь 25 йәшлек егет танышының Хендай Соната автомобилен  ҡыуып алып китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә авария ҡылып өлгөрә. Йәрәхәт алыусылар юҡ, әммә бихисап   автомобиль зыян күрә. Асыҡланыуынса, тәртип боҙоусы бер нисә тапҡыр урлашҡаны,...

14 октября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Баку һәм Ереванды тыныслыҡ урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙе һаҡларға сағыра. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Әрмәнстан министры Зограб Мнацаканян менән берлектәге матбуғат ултырышында Рәсәй, Әзербайжан һәм Әрмәнсан тарафынан ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙе тайпылышһыҙ үтәп,...

14 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.

Әлиә Фәтхиева килемде интернетта әйбер йә реклама һатып түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләп алған. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ – комбайнсы. Ҡала ҡыҙының ҡеүәтле тракторҙы яҡшы белеүе, тәү ҡарашҡа, сәйер күренһә лә ғәжәпләнергә түгел, сөнки Әлиә Аграр университеттың механика...

14 октября 2020
Яндекс.Метрика