Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы. Премьер-министр Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп ул ошондай шарттарҙа эште дөрөҫ ойошторорға ҡушты. Сир йоҡторғандар һаны 9402. Үткән тәүлектә яңы 58 осраҡ теркәлгән. Һаулыҡ һаҡлау министры күрһәткестәрҙең ҡырҡа артыуын республикала тест яһатыу һаны күбәйеүе менән бәйләй. 23 лабораторияла көнөнә 9 мең тест тикшерелә.  Дауаханаларҙа 104 кеше, үткән аҙнала 158 сирле һауығып сыҡҡан. Ҡорбандар һаны төбәктә 46-ға етте. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығын койка фонды резервын һаҡларға, ә сир таралыуҙы сикләр өсөн бар күмәк сараларҙы 1 декабргә тиклем кисектереп торорға тәҡдим итә. Эш биреүселәрҙе Радий Хәбиров, мөмкин булһа, хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләү тәртибенә күсерергә өндәй. 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция әмәлен күрергә тәҡдим ителә. Мәктәптәрҙә иһә көҙгө каникулдар бер аҙнаға иртәрәк башлана.  Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин 200-гә яҡын уҡыусыла, 150 уҡытыусыла коронавирус инфекцияһы асыҡланғаны тураһында белдерә. Сирлеләр менән аралашҡан 4700-ҙән ашыу бала карантинда. Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларынан алып хеҙмәт коллективтары етәкселәренә тиклем яуаплыларға сир таралыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар күрергә ҡуша. Республикала бөгөндән битлек режимын үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдтар йышая, халыҡ күмәк йыйылған тантаналар ойошторолмай, мәҙәни сараларҙа тамашалар залының тик 30 проценты файҙаланыла, спорт ярыштары көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк. Түңәрәктәр һәм күнегеүҙәр залында шөғөлләнгәндә санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителә. Түңәрәктәр эшен тик шәхси һәм дистанцион тәртиптә ҡалдырырға тәҡдим иткән мәҙәниәт министрлығын Радий Хәбиров ашыҡмайынса был ҡарарҙы йәнә бер тапҡыр тикшерергә саҡыра. Ауыл хужалығы тармағы оператив кәңәшмәлә ураҡ барышы менән таныштыра. Майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 74 процентында уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдереүенсә, быйыл Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тоннанан ашыу иген туплаған.  Үткән йылдағы күрһәткестән был 800 мең тоннаға күберәк. Күләмдең артыуына элиталы орлоҡтар сәсеү, минераль ашламалар индереү һәм элек файҙаланмаған һөрөнтө ерҙәрҙе ҡулланышҡа алыу булышлыҡ иткән. Гектар ҡеүәте былтырғы менән сағыштырғанда 19,9 центнерҙан 22,8-гә еткән.11 октябрҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнде, Башҡортостанда был датаға бәйле тантаналарҙы ноябрь башында ойоштороу көтөлә. Бар санитар норма һәм ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика