Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Баку һәм Ереванды тыныслыҡ урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙе һаҡларға сағыра. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Әрмәнстан министры Зограб Мнацаканян менән берлектәге матбуғат ултырышында Рәсәй, Әзербайжан һәм Әрмәнсан тарафынан ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙе тайпылышһыҙ үтәп, Таулы Карабахтағы хәлдәрҙе яйға һалырға саҡырҙы. Әрмәнстан министры белдереүенсә, әлеге мәлдә Әзербайжан үҙенең йөкләмәләрен үтәмәй. Ә Әзербайжан яғынан килгән мәғлүмәт буйынса, 11 октябрь әрмән хәрби көстәре  Әзербайжандың,  ҙурлығы буйынса икенсе һаналған, Гяндже ҡалаһына ракеталы һөжүм асҡан. Һөҙөмтәлә 10 кеше һәләк булған. Әммә Әрмәнстан оборона министрлығында был мәғлүмәтте инҡар итәләр.

Белоруссия хөкүмәте артабан протест белдереүсе халыҡҡа ҡаршы махсус саралар һәм һуғыш ҡоралдары ҡулланасағы тураһында иҫкәртә. Үткән йәкшәмбелә манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡаты рәүештә ҡыуғандар, 700 –ләгән кешене полиция бүлектәренә япҡандар. Ә дүшәмбелә Минск урамдарына  хаҡлы ялдағылар сыҡты. Уларҙың акцияһы «Өләсәйҙәр халыҡ менән» тигән исем алған. Брюссель быға тиклем юғары дәрәжәле белорусь чиновниктарына ҡаршы сакциялар индергәйне. Әгәр халыҡ менән ҡаты мөғәлләмә щулай уҡ дауам итһә,Евросоюз  дәүләт башлығы Александр Лукошенкоға ҡаршы ла сикләүҙәр ҡабул итеү менән янай.   Минск урамдарында протест белдереү саралары хәҙер ике ай дауамында бара. Манифестациялар халыҡтың  президент һайлауҙары һөҙөмтәләре менән килешмәүе сәбәпле ойошторола.

Германияның Бремерхафен ҡалаһында «Поларштерн-Поляр йондоҙ» судноһының Арктикаға тарихтағы иң ҙур ғилми экспедицияларының береһе тамамланды. Боҙ ярғыс Төнъяҡ боҙло океаны буйлап йыл дауамында ғилми сәйәхәттә булып ҡайтҡан. Ғалимдар әйтеүенсә, боҙло океан яйлап ҡына үлеп бара. 389 көн дауамында 19 илдән йыйылған белгестәр глобаль йылыныу тураһында мөһим мәғлүмәттәр йыйған. Экспедиция етәксеһе Маркус Рекс белдереүенсә, был боҙло океанды тикшереүҙәге тарихта төп этаптарҙы билдәләүсе экспедиция. Бик күп асыштар эшләнгән, улар артабан климатты тикшереүҙә яңы мөмкинлек бирә.Бремерхан ҡалаһы халҡы ла был экспедицияның ҡайтыуын тарихи ваҡиға тип баһалай.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика