Ваҡытында тәүбәгә килеү

 Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Ә хөкөм ителеүселәрҙең быға ҡарашы нисек? Башҡа колонияларҙа мәсет төҙөлөрмө? Әхмәт хәҙрәт Суфияновҡа Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһы яҡшы таныш. Һуңғы тапҡыр бында ул биш йыл элек булған. Ул мәсеткә йөрөүсе хөкөм ителеүселәр менән аралаша, улар менән әңгәмә үткәрә, бергә намаҙ уҡый. Мәсеттең буш тормауы ҙур ҡыуаныс, тип белдерә хәҙрәт.Изге йортҡа йөрөргә теләүселәр мотлаҡ учреждение хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Аҡъюл” мәсетенә, күбеһенсә, иртән, төшкө аш ваҡытында һәм кисен йөрөйҙәр. Ҡасандыр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гонаһ ҡылыусылар ваҡытында изге юлға баҫыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай. Биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителеүсе Рәмзил Кәлимуллин иреккә сыҡҡас та, иманды ташламайым, ти. Тәүбәгә килеүселәр, ысынлап та, бихисап. Ә бит Әхмәт хәҙрәт Суфиянов та бынан ун йыл элек үҙе лә ошо уҡ колонияла ултырған. Төрмәлә ултырған ваҡытта мәсетте ул үҙ ҡулдары менән төҙөргә ярҙам итә. 43 йәшендә намаҙ уҡырға өйрәнә. Һөҙөмтәлә ошо уҡ изге йорттоң старостаһы булып хеҙмәт итә. 2004 йыл, ғөмүмән,  Рәсәй тарихында иҫтәлекле ваҡиға булып һанала. Мосолман һәм суҡындырылғандар өсөн колонияла бер юлы ике изге йорт ҡалҡып сыға.  “Аҡъюл” мәсетенән тыш, ошо уҡ урында сиркәүгә лә нигеҙ һалына. Бер йылдан һуң улар ишектәрен аса. Әле иһә мәсеткә утыҙ, ә сиркәүгә илле кеше йөрөй.Изге йорттоң төҙөлөүе хөкөм ителеүселәр өсөн ыңғай һөҙөмтәләр бирә, ти хәҙрәт. Иреккә сыҡҡас та, ул иманын ташламай. Ислам буйынса  төрлө дәрестәргә йөрөй, үҙ көсө менән тыуып үҫкән Асҡын ауылында Әкбәр мәсетен төҙөй, имам-хатиб исемен ала. Хөкөм ителеүселәрҙе изге юлға баҫтырырға Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты  баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насыров ярҙам итә. Тура юлға баҫырға теләүе хөкөм ителеүселәр иреккә сығарылғас та, мәсеттә бер ай дауамында ғәҙәти тормошҡа күнегә. Улар өсөн ашау-эсеү һәм кейенеү мәсьәләләре ҡаралған.Колонияла изге йорттарҙың асылыуы үҙ емештәрен бирә, тип билдәләй мөфтөй. 28 йыл эсендә ярҙамға мохтаж булыусы хөкөм ителеүселәр дөрөҫ юлға баҫҡан. Әле Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан колонияла ла изге йорт эшләй. Өҫтәүенә Салауат ҡалаһындағы 2-се һәм 16-сы колонияларҙа мәсет төҙөлә башлаған. Киләһе йыл улар ҙа үҙ ишектәрен аса.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика