“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте

Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан Арбитраж судында үткән был процесс киң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәғлүмәт сараларының күп булыуы ғына ла быға асыҡ дәлил. Башҡорт Сода компанияһы акцияларына бәйле хәлде Владимир Путин шәхси күҙәтеүҙә тота. Тап Президент ҡушыуы буйынса сентябрь башында Генераль прокуратура компания активтарына арест һалғайны. Күләмле тикшереүҙәр башланыу менән хосусилаштырыуҙа бихисап етешһеҙлектәр асыҡланды. 2013 йылда Сода предприятиеһын рентабеллеге түбән Каустик менән берләштереү һөҙөмтәһендә республика ҡарамағындағы 62 процент акция 38 процентҡа тороп ҡала. Һөҙөмтәлә төбәк бюджеты ҙур юғалтыу кисерә. Ул мотлаҡ  республикаға ҡайтарылырға тейеш тип белдергәйне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡоттостан 34 миллиард һум зыян күләмен дә түләтеп алырға иҫәп тота. Процесс сиктәрендә тәүге тыңлауҙар һөҙөмтәһе көтөлгән ҡарар менән тамамланды. Суд акцияларҙы дәүләткә ҡайтарыу талабын ҡәнәғәтләндерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандағы иң ҡеүтле предприятиеларҙың береһе, Сода компанияһы тирәләй низағ август урталарында Ҡуштауҙа ҡаҙыу эштәре башланғас ҡатмарлашты. Йәмәғәтселек тәбиғәтте яҡлап сыҡты, Шиханға айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелде.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика