Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы һәм районынан көнөнә 1 мең 700 саҡырыу ҡабул итә. Станцияла махсус эпидбригадалар ойошторолған. Улар коронавирус симптомы булған пациенттарҙың саҡырыуҙарына ебәрелә. Республика етәксеһе Радий Хабиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәгендә булып, эш һәм ял шарттары менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән яҡындан аралашты. Станцияның баш табибы Аяз Камалов белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр ҙә, техника ла етерлек. Тик яңы ярҙамсы станциялар кәрәк. Бигерәк тә, был  Затон биҫтәһенә ҡағыла.Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белгестәргә һөнәри оҫталығы һәм башҡарған ҙур эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Республикала артабан да медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тине ул. Был ярҙам бигерәк тә әле, коронивирус менән ауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә яҡынлашҡан мәлдә бик мөһим. Сөнки төбәктә һуңғы көндәрҙә ковид-19 вирусы менән зарарланыусылар йылдам арта, табиптар көнөнә уртаса 60-лап сирлене теркәй. Пневмония диагнозы ла йышыраҡ ҡуйыла башлаған. Һаулыҡ һаҡлау министры күрһәткестәрҙең ҡырҡа артыуын республикала тест яһатыу һаны күбәйеүе менән бәйләй. 23 лабораторияла көнөнә 8-9 мең тест тикшерелә. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы. Премьер-министр Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп ул ошондай шарттарҙа эште дөрөҫ ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ, һаулыҡ һаҡлау министрлығына койка фонды резервын һаҡларға, ә сир таралыуҙы сикләр өсөн күләмле сараларҙы 1 декабргә тиклем кисектереп торорға тәҡдим итте.Республикала битлек режимын үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдтар йышая,  мәҙәни сараларҙа тамашалар залының тик 30 проценты ғына файҙаланыла, спорт ярыштары көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк. Хеҙмәткәрҙәргә дистанцион эшкә күсеү, 65 йәштән өлкәндәргә үҙаллы изоляция тәҡдим ителә. Мәктәптәрҙә иһә көҙгө каникулдар бер аҙнаға иртәрәк башлана.  Республиканың юғары һәм урта белем биреү йорттарында уҡыусыларҙы осраҡлы рәүештә һайлап алып коронавирусҡа тикшерергә планлаштыралар. Был анализдар артабан Роспотребнадзорҙың ғилми институттарына йүнәлтелә. Ковид-19 вирусына ҡаршы вакцинациялау яһау ҙа мотлаҡ булыуы ихтимал, әгәр ҙә ул прививкаларҙың милли календарына индерелһә, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. Әле иһә республикала вакцинаны клиник һынау дауам итә. Кисә Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес теркәлгән — тәүлек эсендә генә ковид-19 вирусын 14 меңдән ашыу кеше йоҡторған. Дөйөм илде алғанда, пандемияның башынан был диагноз 1 миллион 326 мең пациентҡа ҡуйылған. 23 меңен табиптар ҡотҡарып алып ҡала алмаған. Коронавирусты  ҡабаттан йоҡтороусылар теркәлеүе хәлдең ысынлап та ҡырҡыулығы тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә донъяла беренсе булып шундайҙарҙың береһе баҡыйлыҡҡа күскән. Заман афәтенә әйләнгән коронавирустан да ҡотолоу юлдары бар. Бының өсөн ни бары һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә кәрәк, ти белгестәр. Медицина битлектәрен кейеү, ҡулдарҙы йыш йыуыу һәм антисептиктар менән ҡулланыу, социаль дистанция һаҡлау – ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, һаулыҡ тураһында ваҡытында ҡайғыртып тороу етди һәм үлемесле ауырыуҙы иҫкәртергә ярҙам итә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика