Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана

Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә яҡынлашҡан мәлдә был бик мөһим. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә тәүлек эсендә ковид-19 вирусы менән зарарланыуҙың 70-кә яҡын осрағы теркәлгән. Стационарҙа 125 кеше дауалана, уларҙың 120-һе уртаса һәм ауыр хәлдә. Был аҙна башынан Башҡорт дәүләт медицина универиситеты студенттары табиптарға ярҙамға поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Шулай уҡ, республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай. Сөнки мәктәптәрҙә уларҙың эштәре һөҙөмтәле булды, уҡытыусылар күпләп ауырыманы, тине төбәк етәксеһе. Медицина инспекторҙары өсөн Башҡорт дәүләт медицина универиситеты махсус курстар ойоштора, шулай уҡ, колл-үҙәк тә эшләйәсәк. Предприятеларҙа санитар нормаларҙы көсәйтеүҙән тыш,  йөклө ҡатындарҙы дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим ителде. Яңы йыл алдынан коллективтарға корпоративтарҙы үткәреү ҙә тыйыла. Предприятеларҙа, йәмәғәт траспортында аҙна башынан битлек режимы буйынса рейдтар йәнә тергеҙелә. Медицина учреждениеларындағы ҙур сираттарҙы юҡ итергә, компьютер томографияһын ҡайһы осраҡта үтергә кәрәклеген халыҡҡа аңлатырға кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш оператив кәңәшмәнең төп темаһы булһа ла, башҡа темаларға ла иғтибар бирелде. Рәсәйҙең оборона министры бойороғо менән Башҡортостандың хәрби комиссары итеп Михаил Блажевич тәғәйенләнгән. Ул бөтә ғүмерен ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүгә бағышланы, үҙ эшенең оҫтаһын яңы вазифа менән тәбрикләйем, тине республика башлығы. Шулай уҡ, Радий Хәбиров юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап үтте. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге урындарҙы биләй, шуға был тармаҡта эшләүселәр ҙә бик күп. Һыуыҡта ла, ямғырҙа ла, ал-ял белмәй эшләгән юл хеҙмәтсәндәренә беҙҙең тормошто яҡшыраҡ иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе төбәк еткәсеһе. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә иғтибар үҙәгендә. Республикала 4 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 25 процентҡа юғары.Тағы ла бер яңылыҡ – төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостанда Ҡала төҙөлөшө советы барлыҡҡа киләсәк. Уның маҡсаты — күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы төҙөгәндә республика һәм муниципаль властарҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеген булдырыу. Бынан ары яңы совет рөхсәт бирмәйенсә, бер төҙөлөш тә башланмаясаҡ, тине Радий Хәбиров. Кәңәшмә һуңында, төбәк башлығы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә бөтә көстәрҙе кеше ғүмерен ҡотҡарыуға йүнәлтергә һәм яуаплыраҡ булырға саҡырҙы. Әйткәндәй, пандемия сәбәпле йыйылыштар артабан онлайн режимда уҙғарыла.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика