Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының пьесаларына ҡуйылған спектаклдәрендәге геройҙарҙың яҙмышынан тетрәнде, уларға оҡшарға тырышты. Республикала Мостай Кәримдең ижадына арналған флешмобтар, әҙәби дәрестәр, һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Баш ҡаланың 39-сы гимназияһы уҡыусылары каникулдарының бер көнөн башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мостафа Сафа улы Кәримовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә  арнаны. Тура бәйләнештә барған хәтер дәресенә һәр кеме әҙерләнгән. Уның биографияһынан факттар, әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.Мостафа Сафа улының ейәне Тимербулат Кәримов ошо гимназияла уҡый һәм  һәм  уны алтын миҙалға тамамлай. Шуға күрә лә гимназия уҡыусыларының туғандары даны музейы түрендә Мостай Кәрим менән бәйле экспонаттарға  айырым урын бирелгән.Айгөл Фәнил ҡыҙы гимназияны 3 йыл етәкләй. Ә уҡытыусы булып эшләгән осоронда  уға әҙип менән осрашыу бәхете лә тейгән.Гимназистар әҙипте фронтовик  шағир булараҡ та яҡшы белә. Музей стенаһында уның снаряд ярсығы тишкән комсомол билетының фотоһы һаҡлана. Ә Профсоюздар йорто алдындағы был һәйкәл бик күп хәтирәләрҙе һаҡлай. Йыл һайын әҙиптең тыуған көнөндә уны иҫкә алып,  һәйкәле янына халыҡ йыйыла.  Ямғыр ҙа инде нисә йыл рәттән  20 октябрь көнөндә  йолаһына  тоғро ҡала.Әҙәбиәттә лә, йәмғиәт тормошонда ла ихтирам яулаған бөйөк шәхестең быйыл да аяғы аҫтына ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр һалдылар. Халыҡ шағирын ҙурлап, уның әҫәрҙәренә фильмдар төшөргән режиссерҙар ҙа бар улар араһында.  “Өс таған” фильмын тамашасылар күптән көтә. Ә бына “Һеңлекәш” кинотаҫмаһын ҡабат-ҡабат ҡараусылар бар. Уның режиссеры Александр Галибин үҙе үк тантанаға килеп еткән. Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның әҫәрҙәрендәге персонаждар ҙа, гүйә, терелгән тиерһең. Миллионлаған кешеләрҙең күңелен яулаған “Һеңлекәш” фильмы актерҙары ла әҙипте ҡотларға килде. Ә кискеһен  Башҡортостан 24 каналында барлыҡ тамашасылар рәхәтләнеп был фильмды йәнә ҡараны.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

7 часов 19 минут назад
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

7 часов 19 минут назад
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

7 часов 20 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

7 часов 21 минута назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

7 часов 22 минуты назад
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика