Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре 2019 йылдың сентябрь айында башланған. Программа буйынса юл киңәйтелергә, яңы асфальт һалынып, машиналар үтеү өсөн иркен урын булдырылырға тейеш. Валерий Лесунов урамындағы ремонт эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Бер айҙан был урам бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ, тип белдерҙе юл эшселәре. Бында ысынлап та, эш ҡайнай тип әйтергә мөмкин. Велосипедта йөрөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнелә. Уның киңлеге алты метр тәшкил итә.Был урамда урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙа йәш ғаиләләр һаны  бихисап. Күптәр, бигерәк тә, тротуарҙың киңәйтелеүенә ҡыуана. Киләсәктә балалар менән коляскала  саф һауала йөрөүе уңайлы буласаҡ, ти улар.Юл-ремонтлау эштәре тамамланғас та, урам төҙөкләндерелә башланасаҡ.Юлдар төҙөү һәм ремонтлау, юл билдәләрен яңыртыу — «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының төп маҡсаты булып һанала. Быйыл баш ҡалала был проект буйынса 22 участка ремонтланған. Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» проектына ярашлы Башҡортостанда 300 километрҙан ашыу юлды тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бынан тыш,  Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Еңеү урамдары» проекты ла эшләп килә.  Йәғни исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелә. Өфөлә  Ветошников һәм Новоженов урамдары ошо проект сиктәрендә ремонтланған.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

8 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

8 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

8 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

8 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

8 часов 25 минут назад
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика