Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Рейд хаҡында бер кем дә алдан мәғлүм түгел ине. Әлбиттә, бер ойошма ла тәккәбер хәбәрселәрҙе видеокамера менән көтмәй. Иглин районының ауыл советы йортона санитар-эпидимологик хәлде тикшереүселәр бер ҡаршылыҡһыҙ инде. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың ишек алдында температураһын тикшереүсе лә, дезинфекция саралары ла  үткәреүсе лә булманы.  Коридор буйлап эҙләй торғас, бер нисә кабинетта ауыл советы хеҙмәткәрҙәрен осратырға тура килде. Баҡтиһәң, бөгөн халыҡты ҡабул итеү көнө түгел икән. Үҙ сиратында тикшереү төркөмөн ауыл советы башлығы шелтәләргә маташты. Иглин ауылы советы башлығы санитар-эпидимиологик ҡәғиҙәләрҙең теүәл үтәлеше хаҡында аҡланырға тырыштыБашҡортостан башлығы хакимиәтенең тикшереү идаралығы кәңәшсеһе ауыл советының ковид инспекторы эшенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.Ә бына стоматология поликлиникаһында ковид инспекторы эргәһенә барып етер өсөн тәүҙә ишек алдындағы ҡәғиҙәләр менән танышыу мотлаҡ, әммә күптәр уны күрәһең йә күрмәй, йәә иңҡар итә.Иглин районы хакимиәтенә иһә һаҡсының рөхсәтенән тыш йәһәт кенә инеп китеп булмай. Тикшереү идаралығы хеҙмәтен ковид инспекторы ҡаршы алды. Ирина Стафеева ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире, ул  бер юлы үҙенең хеҙмәт вазифаһын да үтәп өлгөрә. Санитар ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хеҙмәткәрҙәр етди киҫәтелә, тине ковид инспекторы. Республика дәүләт учреждениялары һәм ойошмаларында эш урындарында вирустың ҡотороуына юл ҡуймау маҡсатында 4771 ковид инспекторы тәғәйенләнгән, уларҙың барыһы ла онлайн белем алған. Белгестәр тән температураһын ҡарай, битлек режимы һәм башҡа профилактик сараларҙың теүәл үтәлешен тикшерә. Учалы районы хакимиәте лә урындағы предприятиелар, цехтар, ойошмаларҙа ковид-инспекторҙарының эшен тикшерҙе. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан, һәм кире иҡтисади эҙемтәләрҙән арындырасаҡ. Республиканың һәр районында ла дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларҙа санитар-эпидимиологик хәл аҙна аҙағына тиклем тикшереләсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика