Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Күл төбөнә түшәм йәйгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Был үтә лә мауыҡтырғыс күренеш, ял итеүселәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Әлеге ваҡытта бөтә бригада яһалма күлгә гидроизоляция эшләү менән мәшғүл.  Был заманса түшәм  һыуҙы ер аҫтына ебәрмәйәсәк, ти  төҙөүселәр. Элек бында бәләкәй генә һаҙлыҡ ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Оҙаҡламай тәрәнлеге 3 метрға, дөйөм майҙаны 7.5 мең квадрат метрға еткән   ҙур  яһалма күл  барлыҡҡа киләсәк.  Подряд ойошмаһы  төп эштәрҙе ҡар яуғансы тамамларға ниәтләй. Быға тиклем бында карст бушлығы тултырылған, махсус техника ярҙамында һыу йыйыу өсөн канал ҡаҙылған, свайҙар ҡуйылған. Күлдең ярҙарын йәйәүлеләр өсөн ике күпер бәйләйәсәк. Күпер һуҡмаҡтары амфитеатрға барып тоташа. Асыҡ һауала тамашалар өсөн майҙан  сәскә формаһында төҙөлә. Паркты төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр бихисап. 2018 йылдың йәйенән алып ял урыны тотош яңыртылды.  Парктың  үҙәгендә тамашалар өсөн ҙур сәхнә, воркаут өсөн тренажерҙар, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынған, хоккей, волейбол майҙансыҡтары, балалар өсөн күркәм заманса уйын ҡаласығы  эшләнде.  Тулҡын паркының йәнә бер үҙенсәлектәренең береһе – ошондай автоҡаласыҡ. Ул ысынбарлыҡтағы кеүек. Светафор, юл хәрәкәте билдәләре, туҡталыштар. Ошо рәүешле балалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләре менән яҡындан таныша ала. Парктың дөйөм майҙаны бер нисә тапҡырға артҡан, шул уҡ ваҡыта  тирә-яҡтағы ағастар ҙа һаҡлап ҡалынған.  Хәүефһеҙлеккә иһә айырым иғтибар. Бөтә биләмә буйына заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Видеокүҙәтеү системаһы 100-ҙән ашыу камераны  берләштергән.  Бындай үҙгәрештәрҙе урындағы халыҡ шатланып ҡабул итте. Тулҡын паркын төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.  Затон биҫтәһенең йөҙөк ҡашы буласаҡ амфитеатр менән күлде  ноябрь аҙағына  тиклем тапшырыу ҡаралған.  Тимәк, киләһе йәйҙе  Затон биҫтәһе халҡы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән матур паркта ҡаршы аласаҡ. Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре лә аҙағына яҡынлаша. Яңы объект футуризм алымдарына нигеҙләнгән һәм экологик материалдан ҡоролған. Уйын майҙаны таусыҡ, бәүелсәктәрҙән генә тормай. Бында мауыҡтырғыс мажаралар ойошторорға мөмкин. Бөрөнөң уңайлы ҡала мөхите проекттары буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағанына бары бер йыл үтеүгә ҡарамаҫтан  “Яңы үҙәк” архитектура-парк ансамбле әҙер тиерлек. Архитекторҙар һәм төҙөүселәр тарихи ҡаланың үҙенсәлеген дә һаҡлап ҡалған, уға замана төҫтәрен дә бирә алған. Октябрь майҙанының йөҙөк ҡашы – йырлы фонтан. Хәҙер Ишембайҙа йәшәүселәрҙең дә ғорурланырлыҡ паркы бар. Ҡалала яңыртылған үҙәк майҙан асылды. Йәғни, республикала ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында бик күп эштәр башҡарыла.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика