«Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде

 Башҡортостанда башҡорт милли кейем оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Беренсе тапҡыр ойошторолған конкурста  еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Гран-при яулаусығаөсөн 300 мең һум аҡса тапшырыла. Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау 1-се декабрҙән бишенә тиклем дауам итә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабргә билдәләнгән. Ҡатнашыусыларҙың эштәре «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары» номинациялары буйынса баһалана.

Подпишитесь на нас в Google Новости