Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе

Ауыр сирҙән билдәле әҙип Мәүлит Ямалетдинов вафат булды. За кадром/// Уның исеме нәфис әҙәбиәт һөйөүсөләргә генә түгел, ә дин юлына баҫҡан, иманға һәм тәүбәгә килгәндәргә лә яҡшы таныш ине. Таныш ине. Был һүҙҙәрҙе беҙ хәҙер үткән заманда әйтергә мәжбүрбеҙ. Үҙенең 73 йәшен тултырған Мәүлит Ямалетдинов шағир ғына түгел, ә журналист һәм музыкант та булды. Исеме лә есеменә тап килгән кеүек, Мәүлит Байгилде улы кеше менән аралашыусан, ярҙамсыл шәхес булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Учалы районында тыуып, хеҙмәт юлын Баймаҡ менән Сибай мәктәптәрендә башлаған Мәүлит Ямалетдинов артабан тормошон ваҡытлы матбуғат, әҙәбиәт менән бәйләй. Егерменән ашыу китап авторы. Учалы яҙыусылар берлеген етәкселек итә. Халыҡ ижадының ҡобайыр, әйтемдәр һәм робағиҙар жанрын тергеҙеүҙә, дастандар йүнәлешен үҫтереүҙә лә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул Ҡөръән-Кәрим сүрәләрен шиғри юлдарға һалыусы башҡорт әҙибе булып иҫтә ҡаласаҡ. Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдиновтың ғүмере коронавирус инфекцияһынан өҙөлдө. Ул ғүмеренең һуңғы көндәрен реанимация бүлегендә үткәрҙе.

Подпишитесь на нас в Google Новости