Ковид-19 вирусын нисек еңергә?

 Коронавирус менән ауырыусылар үҙ кисерештәре менән бүлешә һәм башҡаларға кәңәштәрен еткерә. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина бәләкәйҙән бронхит менән ауырығас, һаулығына етди ҡарай. Пандемия башланғас та, һаҡланыу сараларын теүәл үтәп йөрөһәм дә, ниндәйҙер мәлдә уяулығымды юғалтып, ҡайҙалыр битлекте сискән мәлдәр ҙә булғандыр, шулай йоҡторғанмын инде, ти ул. Йырсы булараҡ, Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы көн һайын тиерлек тын алыу күнегеүҙәрен башҡара, ә ауырығас тағы ла йышыраҡ гимнастика яһап, үпкәләрен нығытҡан. Шулай уҡ, был үлемесле сирҙе еңеп сығырға ныҡышмалы характерым һәм тормошто яратыуым ярҙам иткәндер, ти Әлфиә Юлсурина.Рима Лоҡманованың ғүмере өсөн дә табиптар 15 көндән ашыу көрәшкән. Шәкәр диабеты һәм ҡан баҫымының юғары булыуы арҡаһында ковид-19 вирусын йоҡторғандан һуң ҡатындың хәле киҫкәнләшкән. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь табиптары ярҙам итмәһә, үҙем генә ауырыуҙы еңеп сыға алмаҫ инем, тип Римма Имаевна медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Дауаханан сыҡһа ла, Рима ханым әле лә тулыһынса һауығып бөтмәгән. Тыны ҡыҫыла, хәрәкәт итеүе ауыр. Үҙеңдең башыңдан үткәс кенә аңланым, һаҡланыу сараларының, битлек кейеүҙең ни тилем мөһим икәнен, ти ул. Бигәрек тә, өлкән кешеләргә үҙҙәрен һаҡларға, өйҙән сыҡмаҫҡа, яҡындары менән һирәгерәк аралашырға кәңәш итә ханым. Коронавирус ауырыуы үтһә лә, Рөстәм Сиражетдиновҡа ла һөйләшеүе ауыр, тыны ҡыҫыла, һаман да йүтәл йонсота. Ҡатыны менән бергә ковид-19 вирусын йоҡтороп, дауаханала ятып сыҡҡан мәлде көлөп иҫкә алһа ла, сирләгән саҡта ныҡ ауыр булды, ти ул. Белгестәр әйтеүенсә, сыныҡҡан, сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, дөрөҫ туҡланған, саф һауала күп йөрөгән кешеләрҙең һаулығы ныҡ була. Коронавирус инфекцияһын йоҡтороп, иҫән ҡалған кешеләрҙең барыһы ла халыҡты уяуыраҡ булырға, һаулыҡ һәм иммунитет хаҡында хәстәрлек күрергә саҡыра. Ысынлап та, бәлә аяҡ аҫтында ғына. Вирус бар, әммә ул йыраҡта, миңә ҡағылмаясаҡ, тип уйлап сәләмәтлегегеҙгә еңел-елпе ҡарамағыҙ. Ябай гигиена ҡағиҙәләрен үтәп кенә лә, коронавирус кеүек етди сирҙе еңеп була, ти табиптар.Һаулыҡ — иң ҙур байлыҡ икәнен белһәк тә, уның ҡәҙерен сәләмәтлек ҡаҡшағас ҡына аңлайһың, ти күптәр. Ә бит табиптарҙың ябай ғына кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, һаҡланыу сараларын теүәл үтәп, һаулыҡ тураһында ваҡытында ҡайғыртып тороу коронавирус кеүек етди һәм үлемесле ауырыуҙарҙы иҫкәртергә мөмкинлек бирә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал