Өфөлә 4 мең 621 кеше коронавирус йоҡторған

Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов белдерҙе. Радмил Мөслимов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға индерелгән сираттағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы һәм ваҡытлыса сикләүҙәрҙең үтәлешен ентекле тикшерергә саҡырҙы. Кәңәшмәлә ҡала хужалығының ҡышҡы осорҙа эшләү үҙенсәлектәре лә ҡаралды. Өфөлә әле 7 төп һәм 3 өҫтәмә ҡар ҡабул итеү полигоны бар.  Башҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, уларҙың һәр береһе ентекле тикшерелгән, етешһеҙлектәр юҡ ителгән, полигондар ҡар ҡабул итергә тулыһынса эҙер.Сираттағы мәсьәлә — башҡалала янғын һүндереү машиналарын һыу менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар бар.  Ҡалал 23 янғын гидранты боҙоҡ хәлдә. Радмил Мөслимов уларҙы тиҙ арала сафҡа индерергә ҡушты.  Кәңәшмәлә  Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы закондың үтәлешенә айырым иғтибар бүленде. Комисия эше арҡаһында  телдәр өлкәһендәге ҡануниәт беҙҙең ҡалала юғары кимәлдә үтәлә, тип белдерҙе мәғариф идаралығының телдәр буйынса сәйәсәт бүлеге етәксеһе  Салауат Дәүләтшин. Кәңәшмә барышында Ағиҙел ярына халыҡты йәлеп итерҙәй саралар үткәреү мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде.

Читайте нас в Яндекс.Новостях