Өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға ваҡыт

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл халҡына өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға кәңәш итә. Был, тәү сиратта,  күрше төбәктәрҙә теркәлгән ҡош киҙеүенә бәйле. Рәсәйҙең 11 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан менән сиктәш Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә  ҡош киҙеүе буйынса хәүефле хәл күҙәтелә. Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтендә 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй. Ҡоштар ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта шылтыратып, белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин. Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында сығыш яһап  халыҡҡа ҡош-ҡортто ихатала ғына тоторға кәңәш итте.

Подпишитесь на нас в Пульс