Рәсәйҙә респиратор вирус инфекцияһына бәйле хәл киҫкенләшә

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле илдең 47 төбәгендә был йәһәттән эпидемиологик сик үтеп кителгән. Белгестәр декабрҙән грипп менән ауырыусылар ҙа арта башлар, тип фаразлай.Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы 10 мең доза вакцина килтерелде. Ул хроник, шулай уҡ үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, һимереүҙән яфаланған өлкән йәштәгеләргә прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән.Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ғына Башҡортостанға 1 миллион 533 мең доза грипп вакцинаһы килтерелгән.

Читайте нас в Яндекс.Дзен