Быйыл көҙ баҡсала ҡабаҡ ҡотороп уңды

Эш итә белгәндә был емеш бар яҡтан да файҙалы икән.  Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәүсе Ирина Иванова ҡабаҡ менән тары бутҡаһын бар ғаилә менән яратып ашайбыҙ, ти. Хужабикә әйтеүенсә, боронғо ата-бабалар кеүек көршәккә һалып мейестә бешерелгән аҙыҡ үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Бутҡаны икмәк бешергәндән һуң ҡыҙған мейескә ҡуйып әҙерләгәндәр. Бындай аҙыҡ үҙенең хуш еҫе, татлылығы менән күңелгә хуш килә. Балалар ҙа уны яратып ашай. Тары менән ҡабаҡ бутҡаһы рус халҡында ғына түгел, ә башҡорт-татар милләтенең дә яратҡан аҙығына әүрелгән. Пандемия башланғансы, буш ваҡыттарҙа Ҡыҙыл Яр тарихи-мәҙәни үҙәгенә килеп һәр теләгән кеше яратып ашаған милли  аҙығына оҫталыҡ дәресе күрһәтә ала ине, ти Венера Әхмәт ҡыҙы.Ҡабаҡ һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы. Дауаланыу өсөн уның емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше – бына тигән диетик аҙыҡ, ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атерос­клероз сирҙәренән дә, аҙ ҡанлылыҡтан да файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөләге Вәлиди күпере ябылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

19 января 2021
Смотреть видео Уҡытыусылар белемен камиллаштыра | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

19 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

 Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

19 января 2021
Смотреть видео Тау хатаны ғәфү итмәй | ГТРК «Башкортостан»

Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

19 января 2021
Смотреть видео Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора | ГТРК «Башкортостан»

Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора

Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр...

19 января 2021
Смотреть видео Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ

Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр...

19 января 2021
Смотреть видео Республикала вакцина яһау пункттары эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцина яһау пункттары эшләй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта,  медицина һәм социаль  өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка...

19 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий...

19 января 2021
Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

18 января 2021
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Яндекс.Метрика