Бар техника урамдарҙан үтеү мөмкинлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Тәбиғи ҡаршылыҡтарҙан да етди ҡамасаулыҡты ҡарауһыҙ ҡалдырылған машиналар күрһәтә, ти махсус хеҙмәт вәкилдәре. Өфөнөң Октябрь районы коммуналь хужалыҡ идаралығы улар менән заманса көрәшергә өйрәнгән. Тау эргәңә килмәһә, тау эргәһенә үҙең бар, тигән хәҡиҡәтте хәтерләп бында майҙандарҙы ҡарҙан таҙартыуҙың уңай әмәле табылған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы, эвакуатор һәм коммуналь хужалыҡ техникаһы өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Вайымһыҙ машина хужалары автомобилдәре күсерелеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалыуы ихтимал. Хәйер, барыһы ла түгел. Яҡындағы йортта йәшәгән Нина Антипина тәҙрәһенән ауыр техниканы күреү менән машинаһы тирәләй бейеҡ ҡарҙы үҙе көрәп ташларға сыҡҡан. Коммуналь хужалыҡ идараһы ихаталарға таҙартыу техникаһын индереүҙе көнэлгәре хәстәрләй. Машина хужалары өсөн белдереүҙәр алдан эленә, ти Октябрь район коммуналь хужалыҡ идаралығының бүлек мөдире Рина Йосопова.Юл хәрәкәтен көйләүсе билдәләр үтәлгән осраҡта автомобилдәр ваҡытлыса бер урындан икенсеһенә күсерелеп кенә тора. Был эш эвакуатор ярҙамында һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы ҡарамағында башҡарыла.Башҡаланың Октябрь районы коммуналь хужалығы белгестәре майҙандарҙы ҡарҙан таҙартыуҙың был ысулын икенсе йыл рәттән файҙалана. Ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр осрай, әммә ҡәнәғәттәр күберәк. Таҙа һәм уңайлы юлдар әле бер кемгә лә ҡамасаулағаны юҡ.
Ҡала коммуналь хужалығы көсөргәнешле режимда эшләй
Тулыраҡ: Ҡала коммуналь хужалығы көсөргәнешле режимда эшләй