Өфө хаҡимиәтендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

Өфөнөң Шәфиев һәм Урман техникумы урамдарын тоташтырған юл өлөшө 1 декабрҙә асыла. Әле унда төҙөкләндереү эштәре  тамамланыуға бара.   Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде.  Ултырыштың  төп мәсъәләләрҙең береһе — «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекттының бойомға ашырылыуы. Быйыл  34 урам-юл объкттарын  төҙөкләндереп бөтөү ҡаралған.  Юл-транспорт фәжиғәләрен кәметеү  маҡсатында мәктәп биләмәләре  буйлап яндауырҙар ҡуйылған.Милли проект сиктәрендә 2019 йылдан алып   күләмле 4 объект буйынса эш дауам итә.   Комсомол урамындағы төҙөлөштөң тамамланыуын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә.  Көн тәртибендәге сираттағы мәсьәлә – көҙгө саҡырылыш. Быйыл ул хәүефһеҙлек  ҡәғиҙәләрен күҙ уңында тотоп башҡарыла.  Медицина комиссияһы үтергә килгән егеттәр мотлаҡ коронавирусҡа анализ тапшыра. Өфөгә саҡырылыш комиссияһына  әле 3 мең 410 кеше саҡырылған.  Комиссияны үтеп  513 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылған. Шулай ҙа, һәр йылдағыса төп проблема -  бер ниндәй сәбәпһеҙ армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөүселәр. Ултырышта шулай уҡ  мәғариф учреждениеларының медицина кабинеттары менән тәъмин ителеүе тикшерелде. Өфө мәктәптәрен  балалар поликлиникаһынан йүнәлтелгән 160 медицина белгесе хеҙмәтләндерә.  Мәктәптең медицина кабинеты нигеҙендә уҡыусылар план буйынса тикшерелә, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелә, вакцинация үткәрелә. Кәңәшмә барышында Йәш ғаилә — 2020 конкурсына айырып туҡталып үтелде.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика